

Яңыраҡ Республикаға идара итеү үҙәгендә (ЦУР) “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусы Алексей Савельев һәм Антон Гаврилов менән эшлекле осрашыу булған.
Ветерандарҙың тәүгеһе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа, икенсеһе республика Хөкүмәтендә стажировка үтә. ЦУР-ҙа булғанда, уларҙы иң беренсе сиратта граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса эш, уларҙы тикшереү ваҡыты, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындырған.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре финалсыларҙы “Инцидент-менеджмент” системаһында эшләү үҙенсәлектәре, аналитика һәм үҫтереү блогы, Үҙәк редакцияһының бурыстары менән таныштырған.
“Башҡортостан геройҙары” программаһының стажировка курсы бөткәс, ҡатнашыусылар профессиональ йәһәттән үҫеш, республиканың башҡарма һәм закондар сығарыу власы органдарына эшкә урынлашыуға бәйле шәхси тәҡдимдәр ала.
Сығанаҡ: vk.com/geroi_bashkortostana