Барыһы ла Еңеү өсөн
13 Сентябрь 2025, 20:30

Шатлыҡ йәштәре бит ул...

Беҙ өлкәнәйҙек шул, ихаталағы эштәрҙе башҡарырға хәҙер көс етмәй, ти улар. Картуф ҡаҙып алыу тураһында әйтәһе лә түгел...

Шатлыҡ йәштәре бит ул...Шатлыҡ йәштәре бит ул...
Шатлыҡ йәштәре бит ул...

Асҡын районының Гөмбә ауылына Ҡашҡа мәктәбе уҡыусылары класс етәкселәре Данис Фазлетдинов менән бергә, көрәк-биҙрәләрен тотоп, өлкәндәргә ярҙамға килде. Маҡсаттары изге –  махсус хәрби операция яугире ғаиләһенә, хеҙмәт ветерандары Нәфҡиә һәм Мөхәррәм Ғилмийәровтарға баҡсалағы картуфтарын ҡаҙып сығарырға булышыу.

Ололарҙың шатлыҡтары сикһеҙ.

– Күңелебеҙҙә шундай ҙур шатлыҡ! Беҙ өлкәнәйҙек шул, ихаталағы эштәрҙе башҡарырға хәҙер көс етмәй. Бына икенсе йыл инде Ҡашҡа мәктәбе уҡыусылары ярҙамға килә. Былтыр хатта картуфты үҙҙәре ултыртты, үҙҙәре ҡаҙып сығарҙы, – тип шатлыҡтан күҙҙәренә төйөлгән йәштәрен һөрткөләй Нәфҡиә Ғилмийәрова. – Мәктәп директоры Азат Фәйзуллин, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Беҙ етәкселәргә, ярҙам иткән балаларға бик рәхмәтлебеҙ!

 Фото: “Аскинская новь” гәзите.

 

 

Шатлыҡ йәштәре бит ул...
Шатлыҡ йәштәре бит ул...
Шатлыҡ йәштәре бит ул...
Шатлыҡ йәштәре бит ул...
Шатлыҡ йәштәре бит ул...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас