Барыһы ла Еңеү өсөн
15 Сентябрь 2025, 11:30

“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай

Слет төрлө төбәктәрҙән йәмәғәт әүҙемселәре һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында диалог һәм иң яҡшы тәжрибә уртаҡлашыу өсөн практик-ориентирланған майҙансыҡ буласаҡ.

“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай

Иртәгә Башҡортостандың баш ҡалаһында төбәк-ара йәмәғәт әүҙемселәре һәм “ТоНКО” коммерцияға ҡарамаған ойошмалары (НКО) слеты үтәсәк. Сара төрлө төбәктәрҙән йәмәғәт әүҙемселәре һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында диалог һәм иң яҡшы тәжрибә уртаҡлашыу өсөн практик-ориентирланған майҙансыҡ буласаҡ. Сара Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды һәм Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге ярҙамында Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелә.

Слеттың бай программаһында уҡытыу семинарҙары, социаль проектлау, краудфандинг, күргәҙмәләр һәм дискуссиялар буйынса танылған эксперттарҙан оҫталыҡ дәрестәре. Улар хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, квалификацияны күтәреүгә һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар селтәрен нығытыуға булышлыҡ итә.

Слетта ҡатнашыу ойошмалар араһында кәрәкле партнерлыҡтар булдырыу, ҡатнашыусыларҙың белемдәрен һәм компетенцияларын үҫтереү, шулай уҡ социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән берлектәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра. Сара Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә үтә (Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15-се йорт).

Был слет – Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары гранттар ярҙамында тормошҡа ашырған ҡыҙыҡлы проекттарҙы иҫкә төшөрөү өсөн яҡшы сәбәп. Улар бик күп.

Иң ҙур федераль конкурстарҙың береһе – Президент гранттары фонды, Президент тәбиғәт фонды конкурстары. 1 сентябрҙән ошо конкурстарға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Шулай уҡ иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк проекттар Президент мәҙәни башланғыстар фонды, Потанин фонды һәм башҡалар тарафынан хуплана.

Бөгөн уҡыусыларыбыҙҙы грант конкурсы еңеүселәренең береһе менән таныштырырға теләйбеҙ.

Махсус хәрби операция бик күп йәмәғәтселәрҙе әүҙемләштерҙе. Хатта быға тиклем башҡа йүнәлештә эшләгәндәре лә яугирҙәргә ярҙамға үҙ өлөшөн индерергә тырыша башланы. Бының сағыу миҫалы – “Таҙа Өфө” халыҡтың экологик башланғыстарына булышлыҡ итеү буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы. Улар 2025 йылда Президент гранттары фондының икенсе конкурсында еңеп сыҡҡан һәм “Алға Шүрәле Башҡортостан 2025” проектын тормошҡа ашыра башлаған.

Ойошманың етәксеһе Елена Воробьева һөйләүенсә, улар ирекмәндәр менән аҙна һайын шаршамбы көндө йыйылалар һәм снайперҙар һәм разведчиктар өсөн “Шүрәле” костюмдарын тегәләр.

Был костюмдар (салбар һәм курткалар) кеше тәненең формаһын йәшереү өсөн тегелгән, тирә-яҡ мөхит менән ҡушылырға мөмкинлек бирә. “Таҙа Өфө” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ирекмәндәре быға тиклем проект сиктәрендә, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы ярҙамы менән ошондай 50 самаһы маскировкалы һаҡланыу костюмын тегеп, беҙҙең разведка яугирҙәре өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә ебәргән дә.

Проектта ойошма элек тегеү производствоһы технологтары менән кәңәшләшеп эшләгән лекалалар ҡулланыла. Был костюмдар фронттағы егеттәргә бик кәрәк, улар ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.

– Беҙҙең ойошмаға яугирҙәрҙән һәм командирҙарҙан "Шүрәле" костюмдарына һорауҙар даими килә. Әлеге ваҡытта әҙер маскировка костюмдарын да һатып алырға мөмкин, әммә фабрика костюмдары ҡәтғи ҡабатлау системаһына эйә һәм тиҙ арала пилотһыҙ осоу аппараттары тарафынан уҡыла. Үҙ ҡулдарың менән эшләгән костюмдар уникаль, ҡабатланмаҫ булып сыға һәм уларҙы дошмандың дрондары һәм коптерҙарына таныуы ауыр. Был эштә беҙгә, әлбиттә, хәрбиҙәр үҙҙәре ярҙам итә, улар беҙҙең эште һуғыштарҙа һынап ҡарай. Һынауҙар күрһәтеүенсә, 60 метрҙан дрон операторы маскировканы айыра алмай, был беҙҙең егеттәрҙең ғүмерен ҡотҡара. Беҙ яугирҙәрҙән кире бәйләнеш алабыҙ, уларҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алабыҙ, изделиеларҙы даими камиллаштырабыҙ, – ти директор Елена Воробьева.

Костюмдар эшләү процесы – тотош бер фән. Һәр изделие билдәле бер ландшафтҡа яраҡлаштырыла һәм МХО яугирҙәре тәҡдимдәре буйынса яраҡлаштырыла. Костюмдар эшләү, тегеү – билдәле бер шарттар һәм тәжрибә талап иткән бик күп ваҡыт талап иткән эш.

Мәҫәлән, егеттәр костюмға замоктар урынына төймә тегеүҙе һорай икән. Баҡһаң, замок уңайһыҙ – уны элгәндә тауышы сыға, боҙолһа йүнәтеп тә булмай. Шулай уҡ шыуған саҡта уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Ә төймәне шым ғына эләктерәһең һәм ысҡындыраһың, әгәр өҙөлһә, һалдаттар уны тиҙ генә тегеп ҡуя ала. Шулай уҡ салбарҙарҙы елкәгә эләктереүҙе һорайҙар, һәм башҡа нескәлектәре күп икән.

Елена Воробьева белдереүенсә, әлеге ваҡытта уларҙың “Алға Шүрәле Башҡортостан 2025” проекты Президент гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә улар 120 костюм тегеп ебәрергә тейештәр. Әҙер костюмдарҙы өс этапта 40 даналап ебәреү ҡаралған һәм тәүгеләре Яңы йыл алдынан оҙатыласаҡ.

Бынан тыш бында һалдаттар өсөн бетеүҙәр ҙә эшләйҙәр. Барлығы ике мең бетеү эшләп ебәрелергә тейеш, әле 300-ө әҙер. Был эшкә иһә күберәге балаларҙы йәлеп итәләр.

– Беҙ төрлө сараларҙа ҡатнашып, оҫталыҡ дәрестәре үткәребеҙ. Балалар уларҙа ихлас ҡатнаша, тырышып фәрештә рәүешендә бетеүҙәр эшләй. Ғәҙәттә, балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрҙе алып ҡайтырға теләй, ләкин был бетәүҙәрҙең яугирҙәргә госпиталдәргә ебәргәнде белһәләр, үҙҙәре ҡалдыралар, матур теләктәрен әйтәләр. Шулай уҡ мәктәптәргә, уҡыу йорттарына барып, балалар менән ошондай оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, – ти етәксе.

Әйткәндәй, ойошма йөн ептәр ҙа ҡабул итә. Улар фәрештәләр эшләү өсөн кәрәк. Дөйөм алғанда, ойошма даими рәүештә ярҙамсылар көтөп ҡала. Һәр теләгән кеше шаршамбы һайын Өфөлә Әй урамы, 84-се йортҡа, 17 сәғәттән 21 сәғәткә тиулем килеп, ярҙам итә ала. Яҡшы эш эшләү өсөн тегенсе булыу кәрәкмәй, ни бары ҡайсы менән ҡырҡа белергә генә кәрәк.

– Беҙҙең костюмдар бик ҡатмарлы эшләнә, уны махсус уҡыған тегенселәр башҡара. Ә халыҡтың ярҙамы таҫмалар ҡырҡыу өсөн кәрәк. Был эш бик күп ваҡытты ала. Теләүселәр, ярҙам итеүселәр күп, кешеләрҙең яугирҙәребеҙгә ҡулдарынан килгәнсә булышҡыһы килә. Шуға күрә, һеҙҙең дә еңеүгә өлөшөгөҙҙө индергегеҙ килһә, шаршамбы һайын көтөп ҡалабыҙ, – тине ул.

Фото: "Таҙа Өфө" ойошмаһы төркөмөнән. 

 

 

“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
“Шүрәлеләр” яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлай
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас