Барыһы ла Еңеү өсөн
16 Сентябрь 2025, 18:05

Бөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйле

Мине махсус хәрби операцияға алманылар, ә нисек тә булһа егеттәргә ярҙам итергә теләйем. Мин яугирҙәргә үҙемдең шәхси автомобилемде тапшырырға булдым. Машина яҡшы торошта, файҙаланһындар, уларға кәрәклерәк, – тине Иштуған Ғофран улы. 

Бөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйлеБөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйле
Бөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйле

Ситдиҡовтарҙың бөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйле. Ғаилә башлығы Иштуған Ғофран улы отставкалағы прапорщик, авиация механигы булып хеҙмәт итә. Уның ҡатыны Рәсилә Ғәйнетдин ҡыҙы ла хәрби хеҙмәткә бурыслы, радиотелефонист булып эшләй. Ике улдары хәҙер махсус хәрби операцияла көрәшә.

Өлкән улы Айнур, бронь бирелеүенә ҡарамаҫтан, 2022 йылда үҙ теләге менән Ватан һағына баҫа. Ул “Башҡортостан” полкының штурмлау отрядына эләгә. 2023 йыл аҙағында Айнур Ситдиҡов Краснолиман йүнәлешендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Рядовой Ситдиҡов дошмандың мөһим позицияларын штурмлауҙа батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Бынан тыш, ул Украина хәрби көстәренең алты әсирен ҡулға ала. “Батырлыҡ өсөн”, II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, “Генерал Шайморатов” миҙалдары менән бүләкләнгән.

Кесе улдары Альберт быйыл июлдән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул  һаҡсы булараҡ үҙенең батыр юлын башлай.

Алғы һыҙыҡта юғары үтеүсәнлектәге автомобилдәр һәр ваҡыт етешмәй. Иштуған Ситдиҡов, хәҙер бындай машина Рәсәй һалдаттары неонацистар менән көрәшкән махсус операция зонаһында күпкә кәрәклерәк, тип ҡарар итә.  

– Мине махсус хәрби операцияға алманылар, ә нисек тә булһа егеттәргә ярҙам итергә теләйем. Мин яугирҙәргә үҙемдең шәхси автомобилемде тапшырырға булдым. Машина яҡшы торошта, файҙаланһындар, уларға кәрәклерәк, – тине Иштуған Ғофран улы.

“Иштуған Ситдиҡов уҙе тураһында яҙырға шунда уҡ ризалашмаған, әммә был барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора, тип иҫәпләйем.  Матур улдарыбыҙҙы, Ватанды һаҡлаусы батырҙарҙы тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ирҙәрҙең изге ғәмәлдәре өсөн рәхмәт”, – тип уртаҡлашты социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Салауат улы Хәкимов.

Фото: Азат Хәкимовтың Телеграмдағы сәхифәһенән алынды.

Бөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйле
Бөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйле
Бөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйле
Бөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйле
Бөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйле
Бөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйле
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас