Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Сентябрь 2025, 02:00

Яугирҙәр өй һалмаһы ла ашаясаҡ, ҡаҡ та тәмләйәсәк

Махсус хәрби операция башланғандан алып Баймаҡ районынан даими рәүештә яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙатыла.

Яугирҙәр өй һалмаһы ла ашаясаҡ, ҡаҡ та тәмләйәсәкЯугирҙәр өй һалмаһы ла ашаясаҡ, ҡаҡ та тәмләйәсәк
Яугирҙәр өй һалмаһы ла ашаясаҡ, ҡаҡ та тәмләйәсәк

Бөгөн республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса иҫ киткес ҙур эштәр алып барыла. Был изге башланғыстан Баймаҡ районы ла ситтә ҡалмай.

Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировка селтәрҙәре, миндек, портатив газ плитәһе, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек, ауҙар, кейем һәм яугирҙәргә ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ярҙамында туплана.

Районда “Беҙ бергә!” ойошмаһы ағзалары яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Уның етәксеһе Лилиә Таҡаева әйтеүенсә, ойошма ирекмәндәре үҙҙәре йәшәгән ауылда яугир ауылдаштары өсөн адреслы ярҙам туплай, посылкаларҙы Баймаҡҡа алып килеп, артабан ылау менән ебәрелә. Шулай уҡ район ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәр өсөн махсус кейемдәр ҙә тегә. Мәҫәлән, Темәс ауылынан Рәйес Исҡужин яугирҙәр өсөн мотоциклын биргән. Урғаҙа ауылы халҡы маскировкалау селтәрҙәре үргән, бал, төрлө ҡайнатмалар килтергән. Иҫке Сибайҙың уңған хужабикәләре яугирҙәр өсөн һалма ҡырҡҡан. Бөтәһе  10 литрлыҡ һауыттарға тултырып биш биҙрә әҙерләгән.

Ишмырҙа ауылы ҡатын-ҡыҙҙары бергәләшеп төрлө емеш-еләктәрҙән ҡаҡ ҡойған. Рәүфә Бикәстан ҡыҙы әхирәттәрен үҙенең ишек алдына йыйып, ҙур мәртәбәле эш башҡарған. Һәр ауылда көн һайын тиерлек яугирҙәребеҙ өсөн ниндәйҙер изге эштәр башҡарыла, улар һораған әйберҙәр шунда уҡ тупланып, гуманитар ылау менән оҙатыла.

Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтле баймаҡтар. Гуманитар ярҙам яҡташтарына тыуған яҡ сәләмен еткергән, күстәнәстәре көс-дәрт өҫтәгән, техника, башҡа кәрәк-яраҡ хеҙмәттәрендә бик тә ярап ҡала. Яугирҙәр тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!

Фото: Лилиә Таҡаеваның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.

Яугирҙәр өй һалмаһы ла ашаясаҡ, ҡаҡ та тәмләйәсәк
Яугирҙәр өй һалмаһы ла ашаясаҡ, ҡаҡ та тәмләйәсәк
Яугирҙәр өй һалмаһы ла ашаясаҡ, ҡаҡ та тәмләйәсәк
Яугирҙәр өй һалмаһы ла ашаясаҡ, ҡаҡ та тәмләйәсәк
Яугирҙәр өй һалмаһы ла ашаясаҡ, ҡаҡ та тәмләйәсәк
Яугирҙәр өй һалмаһы ла ашаясаҡ, ҡаҡ та тәмләйәсәк
Яугирҙәр өй һалмаһы ла ашаясаҡ, ҡаҡ та тәмләйәсәк
Автор:Карима Усманова
Читайте нас