Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Сентябрь 2025, 05:30

Өс ветерандың йәшәү шарттары уңайлаша

Социаль координаторҙар муниципаль комиссия менән берлектә Ағиҙел ҡалаһы һәм Дүртөйлө районында йәшәгән ветерандарҙың торлаҡ шарттарын тикшергән.

Өс ветерандың йәшәү шарттары уңайлашаӨс ветерандың йәшәү шарттары уңайлаша
Өс ветерандың йәшәү шарттары уңайлаша

Махсус хәрби операцияла яраланып, һаулығына хилафлыҡ килгән батырҙар айырым иғтибарға мохтаж. Йәшәүе уңайлыраҡ булһын өсөн, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды улар йәшәгән фатир, йорттарҙы яраҡлаштырырға булышлыҡ итә.

“Махсус хәрби операция ветерандары травма алғандан һуң да йәшәү сифатында бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр тойорға тейеш түгел. Беҙҙең төп бурыс – Ватанды һаҡлаусыларҙы бөтә ярҙам саралары менән тәьмин итеү, һәм фонд филиалы бөтә кәрәкле ярҙамды ла күрһәтергә әҙер”, – тип яҙа дәүләт фондының Башҡортостан филиалы үҙ төркөмөндә.

Филиалдың социаль координаторҙары муниципаль комиссия менән берлектә Ағиҙел ҡалаһы һәм Дүртөйлө районында йәшәгән ветерандарҙың торлаҡ шарттарын тикшергән. Яҡын арала тағы өс ветерандың йәшәү рәүеше уңайлыраҡҡа әйләнер.

“Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды, МХО ветеранының ихтыяждарына ҡарап, махсус ҡулайлаштырыу саралары бирә. “Ярҙам алыр өсөн урындағы социаль координаторға йәки туранан-тура фондтың Башҡортостандағы филиалына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107”.

Мәғлүмәт, фото – фондтың Башҡортостан филиалы төркөмөндә: vk.com/wall-220653548_6851

Өс ветерандың йәшәү шарттары уңайлаша
Өс ветерандың йәшәү шарттары уңайлаша
Өс ветерандың йәшәү шарттары уңайлаша
Өс ветерандың йәшәү шарттары уңайлаша
Өс ветерандың йәшәү шарттары уңайлаша
Өс ветерандың йәшәү шарттары уңайлаша
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас