

БЮТ каналында 2024 йылдың апрелендә «Әсәй» — «Мама» телевизион проектының премьераһы үтә. Бөгөнгө көнгә яҡынса 100 серия эфирға сыҡҡан. Тапшырыуҙың төп ҡаһармандары – Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарындағы улдары Ватанды һаҡлау юлын һайлап, махсус хәрби операцияға юлланған әсәйҙәр. Тәүге сара быйыл яҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтте.
"Шул тиклем күп изге һүҙҙәр ишеттек. Был беҙҙе илһамландырҙы. Улдарын өҙөлөп көткән әсәйҙәрҙең кәйефе күтәрелгәнен күреп һөйөндөк. Уларҙың үҙ-ара аралашыуын күреү, бәйләнеште өҙмәй, бер-береһенә ярҙам итеүҙәрен белеү беҙҙе һөйөндөрҙө", – тине проекттың етәксеһе һәм авторы, телеканалдың баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
Кисәнең ҡуйыусы режиссерҙары – Радик Фәтхиев менән Сулпан Асҡарова. Һүҙҙәре йөрәктәргә үтеп ингән сценарий авторҙары – Зилә Баймырҙина менән Рәйсә Абдуллина.
"Беҙҙең героиняларыбыҙ – улдарын ут эсенә оҙатҡан, төн йоҡоларынан яҙып ғәзиздәрен көтөп алған ябай ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләр. Улар өмөт, һыҙланыу менән йәшәй, улдары имен-һау ҡайтһын тип туҡтамай доға ҡыла, сабыр ғына көтә. Бына шул әсәйҙәргә дан булды сарабыҙ», — тип уртаҡлашты Рәйсә Абдуллина.
«Әсәй» — «Мама» сараһына билеттар һатыуҙан килгән аҡса МХО яугирҙәренә ярҙамға китәсәк.
Мәрхәмәтлек сараһына Хәйбулла, Әбйәлил, Тәтешле, Ғафури, Бишбүләк, Саҡмағош, Иглин, Нуриман, Шишмә райондарынан, Салауат һәм Өфө ҡалаларынан һалдат әсәләре саҡырылғайны. Йөрәккә үтеп ингән йырҙарҙы сәхнәлә Мәликә Разаҡова һәм Миңлеғәли Дәүләтбаев (Мәскәү), Лилиә Букеева (Татарстан), Нәзифә Ҡадырова, Иҙрис Ғәзиев, Римма Амангилдина, Иҙрис Кәлимуллин, Дияна Ишниязова, Илһам Вәлиев, Айгөл Һағынбаева, Әлфиә Юлсурина, Гөлсөм Бикбулатова, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Марсель Ҡотоев кеүек билдәле артистар һәм күптәр яратҡан "Ант" төркөмө башҡарҙы.
"Саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙең ил һаҡсыларының әсәләре менән бәйләнешкә инеү, уларға ысын батырҙар үҫтергәндәре өсөн рәхмәт әйтеү мөмкинлеге беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә ҡәҙерле", – тине Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Букеева.
"Концертта ретро йырҙар яңы яңғыраш һәм тәрән мәғәнә алды. "Бөтә әсәйҙәргә улдарын лайыҡлы тәрбиәләгәндәре өсөн баш эйеп, яугирҙәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын, әсәйҙәрҙең уларҙы көтөп алыуын күрергә яҙһын. Тыуған илебеҙ өсөн йәнен аямаған ҡаһармандарыбыҙҙы бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ", — тине концертта “Әсәйгә хат” йырын башҡарған Башҡортостандың халыҡ артисы Илһам Вәлиев.
Башҡортостан дәүләт концерт залы фойеһында күргәҙмәләр эшләне, мөрәжәғәт итеүселәрҙе Башҡортостандағы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды белгестәре ҡабул итте.
Саҡырылған әсәйҙәрҙең сәхнә йондоҙҙары менән аралашыуы сәй табынында дауам итте. «Әсәй» — «Мама» тапшырыуында ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар улар өсөн бик мөһим. "Беренсенән, үҙебеҙҙең кисергәндәр, юғалтыу-әрнеүҙәребеҙ менән яңғыҙ түгеллегебеҙҙе тоябыҙ. Икенсенән, ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан әсәләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән бәйләнешкә инеү беҙгә көс һәм киләсәккә ышаныс бирә", – тип уртаҡлашты улар.
Концертҡа саҡырылған әсәйҙәр өйҙәренә бағыусыларҙың бүләктәре менән бергә йылылыҡ, өмөт, Еңеүгә ышаныс менән таралышты.
Гөлназ ҠОТОЕВА.