

Ҡырмыҫҡалы районы Бельский ауылының “Za СВОих ребят” отряды ирекмәндәре гуманитар ярҙам әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.
Улар көҙгө муллыҡты файҙаланып, йыйылышып, беҙҙең тыныслығыбыҙҙы һаҡлаған яугирҙәргә посылка әҙерләне. Файҙалы һәм туҡлыҡлы ризыҡтар – борщ һәм рассольник яһанылар. Бөтә продукция ауыл халҡының үҙ баҡсаһында үҫтерелгән тәбиғи аҙыҡ-түлектән эшләнде.
Отряд етәксеһе Гөлнара Йөҙлөкбаева әйтеүенсә, дөйөм тырышлыҡ менән ирекмәндәр 167 банка ризыҡ эшләгән. Бынан тыш, Светлана һәм Флүр Йөҙлөкбаевтар ғаиләһе бал, киптерелгән емеш әҙерләп ебәргән. Уларҙың күстәнәстәре яугирҙәргә өй йылыһын, яҡындарының, ауылдаштарының хәстәрен тойҙорһон, сәләмдәрен алып барып еткерһен.
Фотолар Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте сайтынан.