

Яңауыл егете, Әхмәт” позывнойлы яугир махсус хәрби операция биләмәһендә өс йылға яҡын хеҙмәт итә. Ул армия хеҙмәтен тамамлау менән контракт төҙөй һәм үҙ ирке менән Ватанды һаҡларға китә. Яҡташыбыҙ М. Шайморатов исемендәге, ”Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.
Яңыраҡ хәрби ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. ”Бик яҡшы булды, тыуған көнөмдө был юлы туғандарым һәм яҡындарым янында үткәрҙем”, – ти яугир. Ул “Ватан һаҡсылары” фондының урындағы филиалы социаль координаторы Гөлназ Бәшүроваға үтенес менән мөрәжәғәт итте. Яугир яңы һатып алған өйөнә газ үткәреүҙә ярҙам һорай.
Социаль координаторҙар уның мөрәжәғәтен артабан хәл итеү өсөн тейешле инстанцияларға ебәрҙе. “Барыһы ла ыңғай бара, оҙаҡламай “Әхмәт”тең өйөндә газ тоҡанасаҡ”, – ти шатланып социаль координаторҙар.
Йәш, дәрте ташып торған “Әхмәт”тең киләсәккә пландары ҙур, махсус хәрби операция тамамланғас, ул ғаилә ҡорорға, тыныс тормошта үҙ урынын табырға теләй.
Фото: ”Янаульские зори” гәзите.