

Ошо айҙа Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов МХО биләмәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарына гуманитар ылауҙы оҙатып барған. Әлеге уның сәйәхәте – 10-сыһы. Сәфәре тураһында Динис Йосопов социаль селтәрендә яҙып ҡалдырҙы.
“Шунса ваҡыт үткәненә һәм унда бер нисә тапҡыр булыуыма ышаныуы ла ҡыйын һымаҡ. Һәр саҡ яңы тәьҫораттар, яңы осрашыуҙар, әммә бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала – унда, алғы һыҙыҡта, булғандар менән тәрән бәйләнеш тойғоһо.
Сираттағы гуманитар ярҙамды килтерҙек. Бөтә нәмә яҡташтарыбыҙҙың йылы хәстәрлеге һәм һөйөүе менән йыйылған: машиналар, йылы әйберҙәр, медикаменттар, аҙыҡ-түлек, балаларҙан хат, һүрәттәр. Был ябай, әммә мөһим әйберҙәрҙе ихлас рәхмәт менән ҡабул итеүҙәрен күреү – иң ҡиммәтлеһе”, – тип яҙа хакимиәт башлығы.
Динис Йосопов яугирҙәрҙең рух ныҡлығына һоҡлана. “Уларҙың ҡарашында арыу һәм көсөргәнеш кенә түгел, ә хаҡ юлда булыуҙарына, Тыуған илгә тәрән ышаныстарын да күрәм”, – тип яҙа ул.
Гуманитар ярҙам алып барыу – сәфәр генә түгел, ә уларҙы өйҙә онотмауҙары, яратып көтөүҙәре хаҡында иҫләтеү ҙә. “Шәхсән үҙем өсөн был – ысынбарлыҡтағы хәлдәр менән танышыу һәм дөйөм эшебеҙгә бәләкәй генә булһа ла өлөшөмдө индереү”, – тип уртаҡлаша Динис Йосопов. Хакимиәт башлығы ярҙам йыйырға булышлыҡ иткән, үҙҙәренә ышаныс белдергән бар яҡташтарына ихлас рәхмәтен еткерә.
Мәғлүмәт, фото – Д.Йосоповтың шәхси сәхифәһенән: vk.com/wall4289225_15080