

Улар Запорожье өлкәһенә Матбуғат йортонан, Өфөнөң 21-се лицейынан, туғандарынан һәм яҡындарынан гуманитар йөктө тапшырыу, шулай уҡ яҡташ яугирҙәребеҙҙе күреп һөйләшеү маҡсатында юлланғайны. Яугирҙәргә ҡорамалдар һәм төҙөлөш материалдары, Өфө журналистары ҡулы менән әҙерләнгән сәксәк, балаларҙың хаттары, медикаменттар, китаптар, яңы матбуғат баҫмалары, шәхси посылкалар тапшырылды.
- Ошо көндәрҙә беҙҙе мобилизациялағанға өс йыл булды. Тыуған республикабыҙға, яҡташтарыбыҙға беҙҙең хаҡта уйлағаны өсөн рәхмәт. Балаларҙың хаттарын тулҡынланып уҡыйбыҙ, ял иткән арала башҡорт тәм-томдары менән сәй эскәндә, ҡулдарыбыҙға гәзит-журнал тотҡанда, әсәйҙәрҙән посылка алғанда тыуған йорттоң еҫен тоябыҙ. Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ беҙгә ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә. Бөтә яугир-яҡташтарыбыҙҙан Башҡортостанға ҙур сәләм, - тине “Уҡытыусы” позывнойлы яугир.
Танк батальонының ремонт взводы командиры “Меркурий” беҙҙең яугирҙәрҙең кәйефе хәрбиҙәрсә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:
- Яҡташтар менән осрашыу һәм тыуған илдән посылка алыу ҡыуаныслы. Беҙҙең егеттәр шәп ул, намыҫлы хеҙмәт итә. Башҡортостанға сәләм! Республика көнө менән!
Журналистар Днепрорудное ҡалаһының “Горняк” спорт мәктәбендә булды. Өлкә Рәсәй Федерацияһына ҡушылғандан һуң бында бокс залы тулыһынса яңыртылған, спортсылар бөтә кәрәкле экипировка менән тәьмин ителгән, шулай уҡ уҡсылар тиры асылған. Спорт мәктәбе директоры Андрей Захаров һүҙҙәренсә, үҫмерҙәр бында ГТО нормаларын тапшырырға һәм армияла хеҙмәт итергә әҙерләнә.
Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков тирға ике яңы пневматик винтовка бүләк итте.
- Балаларыбыҙ хаҡында ҡайғыртҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Күнекмәләр ваҡытында беҙ малайҙарҙы ысын ир-егет булырға өйрәтәбеҙ. Был эштә беҙгә Башҡортостан хәрбиҙәре лә ярҙам итә. Әленән-әле бергәләп күнекмәләр үткәрәбеҙ, унда улар тәжрибә уртаҡлаша, һорауҙарға яуап бирә, үҙ миҫалында Ватанға тоғролоҡтоң нимә икәнен күрһәтә. Бындай хеҙмәттәшлек баһалап бөткөһөҙ, сөнки бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ – Рәсәйҙең буласаҡ яҡлаусылары. Уларға ҡулдарына ҡорал алып, ил мәнфәғәттәрен яҡларға тура килмәҫ, бары тик һаҡта ғына торор тип ышанабыҙ. Еңеү беҙҙә буласаҡ! - тине Андрей Захаров.
Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/articles/care/2025-10-10/zhurnalisty-iz-ufy-peredali-posylki-boytsam-zemlyakam-v-zaporozhskoy-oblasti-4422820