

Андрей Гладких – тыумышы менән Дыуан районынан. Ватаныбыҙға ҡурҡыныс янағанда, яҡташыбыҙ Рәсәй Оборона Министрлығы менән хәрби контракт төҙөгән. Андрей Владимировичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, дошман ғәскәрен сигендереү Рәсәй һалдаттарына бер ни тормай, сөнки улар тарҡау, уттан өрккән шикелле ҡурҡыу һәм шөрләү һәр береһенә хас. Ил һаҡсыларының эре аҙымдар алға барыуына ҡарағанда, Еңеү һүҙен ишетергә лә күп ҡалмаған.
– Дыуан районында, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙы берләштереүҙе күҙ уңында тотҡан, махсус хәрби операция ветерандары Ассоциацияһының урындағы бүлексәһе эшләй башланы, – тине Дыуан районы хакимиәте башлығы Айҙар Абдуллин. – Беренсе ойоштороу йыйылышында Ассоциацияның рәйесе итеп бер тауыштан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Андрей Гладких һайланды. Ошо ойошманың маҡсаты – фронттан ҡайтҡандарҙы үҙенең ҡанаты аҫтына алыу, сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ итеү, фекер алышыу, кәңәштән өҙмәү.
Айҙар Булат улы әйтеүенсә, Андрей Гладкихҡа ҙур эштәр йөкмәтелгән, уның бурысын теүәл үтәүендә тамсы ла шик юҡ.
Фото: Елена Хәбибова.