

Дүртөйлөләр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам итеп тора, алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылауҙар алып бара. Шулай уҡ ялға ҡайтҡан яугирҙәр ҙә Ирекмәндәр штабына килеп рәхмәт белдереп, һалдаттарға кәрәкле әйберҙәрҙе алып китә.
Яңыраҡ ялға ҡайтҡан "Шмель" позывнойлы яугир Дүртөйлөләге Ирекмәндәр штабында булды. Яҡташтары уға кәрәкле әйберҙе – радиоэлектрон көрәш буйынса приборҙы тапшырҙы. Уны район эшҡыуарҙары берләшмәһе ярҙамында һатып алғандар.
– Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта булған һәр яугир исеменән ҙур рәхмәт белдерәм. Уларҙың даими ярҙамы дөйөм еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Беҙ һәр ваҡыт яугирҙәрҙең үтенестәренә тиҙ арала яуап бирергә тырышабыҙ. Хәрби хәрәкәттәр шарттарында заманса һаҡланыу һәм көрәш сараларының ни тиклем мөһим булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Яҡташыбыҙ “Шмель”гә уңышлы юл теләйем. Ул – ысын герой, башҡаларға өлгө булып тора. Былтыр үҙ теләге менән Тыуған илде яҡларға китте. Ә геройыбыҙҙы өйөндә өс ҡустыһы көтә. Улар туғандары кеүек ҡыйыу һәм илгә тоғро, илһөйәрҙәр булып үҫер, тип ышанам, – тип белдерҙе Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
Фото: Риф Йосоповтың сәхифәһенән.