Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Октябрь 2025, 12:50

Латиповтар алғы һыҙыҡҡа “Буренка”ларын ебәргән

Эшҡыуар һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Ватанды һаҡлаусы” төбәк проектының йәмәғәт советы ағзаһы Рафиҡ Юнер улы өсөн был аҙым – Тыуған илен яратҡан граждандың бурысы.

Латиповтар алғы һыҙыҡҡа “Буренка”ларын ебәргәнЛатиповтар алғы һыҙыҡҡа “Буренка”ларын ебәргән
Латиповтар алғы һыҙыҡҡа “Буренка”ларын ебәргән

Өфөнән Латиповтар ғаиләһе – Рафиҡ Юнер улы һәм Олеся Олеговна – махсус хәрби операция үткәреү зонаһындағы яугирҙәр ихтыяждары өсөн “Нива” шәхси автомобилен тапшырҙы. Үҙ-ара был ғаилә машинаһын яратып ашатыусы “Буренка” тип атайҙар – үтеп йөрөүсәнлеге һәм ышаныслылығы өсөн.

Эшҡыуар һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Ватанды һаҡлаусы” төбәк проектының йәмәғәт советы ағзаһы Рафиҡ Юнер улы өсөн был аҙым – Тыуған илен яратҡан граждандың бурысы.

"Патриотизм – ул һүҙҙәр генә түгел, ә аныҡ ғәмәлдәр, әле Ватаныбыҙҙы яҡлаусыларға ярҙам. Ил һуғыша икән, тимәк, беҙ ил менән. Был беҙҙең алғы һыҙыҡҡа юлланған икенсе “Нива”. Тәүге автомобилде маҡсатлы рәүештә МХО-ға ебәреү өсөн әҙерләнек. Ә “Буренка” – беҙҙең ғаилә машинаһы, беҙ уны ауыр юл шарттары өсөн әҙерләнек: был яҡшы резина һәм ныҡлы ходовка, хәрбиҙәребеҙҙең уңайлылығы өсөн бөтә нәмә лә яңы", – тине Рафиҡ Латипов.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Латиповтар ғаиләһе даими рәүештә гуманитар йөктәрҙе МХО зонаһына алып барыуҙа ярҙам күрһәтә. Уларҙың тырышлығы арҡаһында яугирҙәр кәрәкле транспорт саралары һәм төҙөлөш материалдары ғына түгел, ә туғандарынан һәм яҡындарынан шәхси посылкалар ҙа ала.

Автомобилдең асҡыстары “Ватанды һаҡлаусы” төбәк партия проекты координаторы, махсус операция ветераны Фәһит Латиповҡа тапшырылды, ул Латиповтар ғаиләһенә уларҙың битараф булмауы һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт әйтте.

– Бөгөн “Ватанды һаҡлаусы” төбәк партия проекты сиктәрендә 17-се гуманитар йөк формалаша. Уны, алдағы 16-һы кеүек үк, тәғәйенләнгән урынына алып барасаҡбыҙ. Төрлө ғәскәри частарға ярҙам итәбеҙ – был беҙҙә бишенсе автомобиль, генераторҙар, тепловизорҙар, антидрон мылтыҡтар, БПЛА детекторҙары, тепловизия плащтары, ваҡ ҡорамалдар тапшырабыҙ. Яугирҙәр әйтеүенсә, улар өсөн иң мөһиме – Ватандың ярҙамын тойоу, тылдың улар менән булыуын, республиканың улар хаҡында уйлауын һәм ҡайғыртыуын белеү, егеттәрҙең иңендә ниндәй яуаплылыҡ ятҡанын аңлау. Ә уларҙың кәйефе эшсән: өйҙәренә Еңеү менән генә ҡайтырға йыйыналар! – тип билдәләне Фәһит Латипов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса 165-се гуманитар ылау МХО зонаһына ебәрелгәйне.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас