Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Октябрь 2025, 09:30

Ҡаты яраланып, аяҡһыҙ ҡалған

Әмир Сәғит улының йортонда уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. 

Ҡаты яраланып, аяҡһыҙ ҡалғанҠаты яраланып, аяҡһыҙ ҡалған
Ҡаты яраланып, аяҡһыҙ ҡалған

Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылынан Әлмир Үлмәҫҡолов - махсус хәрби операция ветераны. Ул өлөшләтә мобилизацияға бәйле яу яланына юллана, 2023 йылдың мартында ҡаты яраланып, аяғын юғалта.

Әле Әлмир Сәғит улы - райондың иң әүҙем ирекмәндәренең береһе, илһөйәрлекте һәм спортты пропагандалау буйынса ҙур эш алып бара. Оҙаҡламай ветерандың йортонда тейешле уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. Яңыраҡ "Ватан һаҡсылары" дәүләт фонды филиалының Ирек Зарипов етәкселегендәге комиссияһы хәрби хәрәкәттәр ветерандарының, шул иҫәптән Әлмир Үлмәҫҡоловтың йортто ҡарап сығып, ошондай ҡарар ҡабул итте. Был программа сиктәрендә, ғәҙәттә, аш-һыу бүлмәһе гарнитуры, йыуыныу кабинаһы, аҡыллы колонка ҡуйыла, ишектәр алыштырыла. Башҡарылаһы эштәр ғариза биреүсенең сәләмәтлек торошона ҡарап билдәләнә.

Быға бәйле һорауҙар менән йәшәү урынығыҙ буйынса "Ватан һаҡсылары" фонды филиалына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте сайты.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас