

Махсус хәрби операция башланыу менән һәр кем яугирҙәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Оло йәштәгеләр ҙә был эштән ситтә ҡалмай.
Мәҫәлән, 83 йәштәге инәй - Земфира Зәки ҡыҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 15 пар йылы ойоҡбаш һәм бирсәткә бәйләгән. Уның улы Фәнил Аҫылов МХО-ла батырҙарса һәләк булған. Изге күңелле инәй яугирҙәргә ярҙам итә, уларға күңел йылыһын өләшә.
Һеҙҙең күңел һалып бәйләгән йылы ойоҡбаш һәм бирсәткәләрегеҙ яугирҙең тәнен дә, йәнен дә йылытһын. Үҙегеҙгә сабырлыҡ теләйбеҙ, Земфира Зәки ҡыҙы.
Фото: "Беҙ бергә" төркөмөнән.