

Ҡыйғы районынан Эдуард Әхмәтйәнов – махсус хәрби операция ветераны. Алғы һыҙыҡта ҡаты яралана, был өлөшләтә һуҡырлыҡҡа килтерә. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы ярҙамында уның йортонда купюраларҙың төҫөн һәм номиналын билдәләүсе һөйләүсе машина, аш-һыу әҙерләү һәм ҡабул итеү өсөн ҡулайлама ҡуйылған. Шулай уҡ күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн махсус эш урыны булдырыу, ишекте алмаштырыу һәм уңайлылыҡ өсөн тупһаларҙың бейеклеген кәметеү планлаштырыла.
Эдуард Ғарифйән улы быға тиклем йөрөгәндә ярҙам иткән, тирә-яҡтағы әйберҙәр хаҡында һөйләгән, көтөлмәгән ҡаршылыҡтар тураһында иҫкәрткән, яҡын-тирәләге кешеләрҙе таныған һәм уларға мөрәжәғәт итергә мөмкинлек биргән “Робин” смарт-таяғын тапшырғандар. Бынан тыш, “Робин” яҡындарының йөҙҙәрен белә һәм уларҙың ҡасан өйгә ҡайтыуын иҫкәртә.
– “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына һәм социаль координаторыма баһалап бөткөһөҙ ярҙам һәм терәк булғандары өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән тормошом күпкә уңайлыраҡ була бара. Был ярҙам көнкүреште яҡшыртыу ғына түгел, ә иртәгәһе көнгә ышаныс та бирә. Беҙ һеҙҙең хәстәрлегегеҙҙе һәм аңлауығыҙҙы тоябыҙ, – ти МХО ветераны Эдуард Әхмәтйәнов.
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе – ауыр хәрби йәрәхәттәр менән махсус хәрби операциянан демобилизацияланған ветерандар өсөн торлаҡты (йорттарҙы, фатирҙарҙы) яраҡлаштырыу.
"Беҙҙең бурыс – Дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт иткән һәр махсус хәрби операция ветераны хаҡында хәстәрлек күреү. Ватанды һаҡлаусыларыбыҙға килгәндә, ваҡ-төйәк нәмәләр булмай. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды, тыныс тормошҡа ҡайтыуҙың күп ауырлыҡтар менән бәйле булыуын аңлап, махсус хәрби операция ветерандарына һәр яҡлап ярҙам итеүҙе өҫтөнлөклө маҡсат итеп ҡуя. Тап шуға күрә күрһәтелгән ярҙам төрө юридик консультацияларҙан һәм психологик ярҙамдан алып эшкә урынлашыуҙа, ҡайтанан уҡытыуҙа булышлыҡ итеүгә тиклем ихтыяждарҙың киң даирәһен үҙ эсенә ала, - тип билдәләй “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!