Барыһы ла Еңеү өсөн
1 Ноябрь 2025, 09:50

Данилдың торлаҡ шарттары яҡшырасаҡ

“Аҡыллы йорт” системаһы махсус хәрби операция ветераны Данил Хужиндың көнкүрешен бермә-бер еңеләйтәсәк.  

Данилдың торлаҡ шарттары яҡшырасаҡДанилдың торлаҡ шарттары яҡшырасаҡ
Данилдың торлаҡ шарттары яҡшырасаҡ

“Ватан һаҡсылары” фондының төп эш йүнәлештәренең береһе МХО-нан ауыр хәрби йәрәхәттәр менән демобилизацияланған яугирҙәрҙең торлаҡтарын уңайлаштырыуға бәйле. Был маҡсатта ил күләмендә “Инвалидлыҡ алған МХО ветерандарына йәшәү мөхитен яраҡлаштырыу” программаһы эшләй.

Уның буйынса һуғышта аяҡ-ҡулын юғалтып демобилизацияланған яугирҙәргә ярҙам күрһәтелә.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районына “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов етәкселегендәге махсус комиссия килгән. Улар Ташбулат ауылынан МХО-ла уң ҡулын юғалтҡан 31 йәшлек Данил Хужиндың торлаҡ шарттарын уға уңайлы итеп яраҡлаштырыу һәм махсус кейемдәр тектереү буйынса үлсәмдәр алған. “Аҡыллы йорт” системаһы Данилдың көнкүрешен бермә-бер еңеләйтәсәк.

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Карима Усманова
Читайте нас