Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Ноябрь 2025, 03:00

Балтас ветерандарына бар яҡлап ярҙам күрһәтелә

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ике МХО ветеранының йәшәү шарттары яҡшырасаҡ.

Балтас ветерандарына бар яҡлап ярҙам күрһәтеләБалтас ветерандарына бар яҡлап ярҙам күрһәтелә
Балтас ветерандарына бар яҡлап ярҙам күрһәтелә

Махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына республикала бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалдары был эштә әүҙем ҡатнаша.

Балтас районынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ике МХО ветеранының йәшәү шарттары яҡшырасаҡ. Фондтың Башҡортостандағы филиалы хеҙмәткәрҙәре МХО ветераны Радик Шакировтың йортона “Аҡыллы йорт” системаһын урынлаштырырға ярҙам итәсәк, аш бүлмәһе өсөн махсус йыһаздар, һауыт–һаба һәм робот-саң һурҙырғысы менән тәьмин итәсәк. Шулай уҡ яугир дауаланыу өсөн адаптив кейем аласаҡ. Радик Шакиров Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Икенсе ветеран Илсур Хафизовҡа социаль координаторҙар иңбашына протез алыу өсөн документтар юллаша, рәсмиләштерә һәм йортона “Аҡыллы йорт” системаһы урынлаштырасаҡ. Ветеран-яугир эшкә урынлаштырылған.

Илсур Хафизов патриотик сараларҙа, йәштәр менән осрашыуҙарҙа йыш ҡатнаша. Суворов миҙалы һәм Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр, киләсәктә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә хыяллана.

Махсус хәрби операция ветерандарына һаулыҡ-сәләмәтлек, изге башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ! Тиҙерәк барлыҡ яугирҙәр ҙә иҫән-һау яҡындары янына ҡайтһын!

Сығанаҡ һәм фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фонды.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас