

Бөгөн республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса иҫ киткес ҙур эштәр алып барыла. Был изге башланғыстан Баймаҡ районы ла ситтә ҡалмай.
Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировка селтәрҙәре, миндек, портатив газ плитаһы, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек, ауҙар, кейемдәр һәм яугирҙәргә ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ярҙамында туплана.
Районда “Беҙ бергә!” ойошмаһы ағзалары яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Уның етәксеһе Лилиә Таҡаева әйтеүенсә, ойошма ирекмәндәре үҙҙәре йәшәгән ауылда яугир ауылдаштары өсөн адреслы ярҙам туплай, посылкаларҙы Баймаҡҡа алып килеп, артабан ылау менән ебәрелә. Шулай уҡ район ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәр өсөн махсус кейемдәр ҙә тегә.
Мәҫәлән, Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы етәкселегендәге Үрге Яйыҡбай ауылы ирекмәндәре ошо көндәрҙә яугирҙәргә сираттағы туҡлыҡлы ризыҡтарын әҙерләгән. Бергә йыйылып, тағы ла ҡорбан итенән 37 вакуумлы һауытта былау һәм 17 банкаға ит быҡтырып тултырғандар. Был изге һәм сауаплы эштә Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы, Мәхтимә Ишмулла ҡыҙы, Ниғәмәттән китапханасы Гөлбикә Сафа ҡыҙы, Фәннүрә Фазулла ҡыҙы ҡатнашҡан. Шулай уҡ Таһир Дилмөхәмәт улы иттәрҙе ваҡлап турап, ҡатын-ҡыҙҙарға эште еңеләйткән.
Таулыҡай ауылының “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө менән бергә эшләгән “Уңғандар” клубы ҡатын-ҡыҙҙары даими рәүештә яугирҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтә. Быға ҡәҙәр ир-егеттәрҙе вакуумлы пакеттарҙа былау, фарш ҡушылған ҡара бойҙай менән һыйлаған уңғандар был юлы ҡорбан итен быҡтырып банкаларға тултырған. Хәнифә Азамат ҡыҙы Ишалина етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙә ололарҙы саҡырып, аят сәйе менән һыйлатып, доға ҡылдырған. Хәйер-саҙаҡалар таратҡан. Һуңынан ирекмәндәр берҙәм көс менән 71 банка быҡтырылған ит әҙерләгән. Әйтергә кәрәк, вакуумлы пакеттарҙа әҙерләнгән ризыҡты яугирҙәр бик тә көтөп ала.
Изге эштән Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары ла ситтә ҡалмай - улар махсус хәрби операциялығы яугирҙәр өсөн шәмдәр эшләү буйынса акцияны дауам итә. Әлеге ваҡытта улар 400-ҙән ашыу шәм әҙерләгән. Йәштәрҙең илһөйәрлеге тик маҡтауға лайыҡ. Артабан уҡыуҙарында һәм барлыҡ эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтле баймаҡтар. Гуманитар ярҙам яҡташтарына тыуған яҡ сәләмен еткергән, күстәнәстәре көс-дәрт өҫтәгән, техникалар, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә бик тә ярап ҡала. Яугирҙәр тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!
Фото: "Беҙ бергә!" ирекмәндәр төркөмөнән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!