Барыһы ла Еңеү өсөн
14 Ноябрь 2025, 14:15

Йөрәк ҡушыуы буйынса

Улар дрондан һаҡлай торған одеялдар тегә.

Йөрәк ҡушыуы буйынсаЙөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса

Социаль хеҙмәткәрҙәр һәр ваҡыт кемгәлер ярҙам итергә, изгелек ҡылырға күнеккән. Был ғәҙәт, олоғайып, эштән китһәләр ҙә, күңел талабы, йөрәк ҡушыуы булып ҡала. Беҙҙең Бөрйән районының Байназар ауылындағы “Атайсал” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенән хаҡлы ялға сыҡҡан бер төркөм ололар ҙа изге ғәмәлгә дәррәү тотондо, маҡсаттары – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам итеү.

Уларҙың күбеһенең улдары, кейәүҙәре, яҡындары бөгөн ут эсендә.  Береһенең ейәне, икенсеһенең туғаны яуҙа һәләк булған... Ошондай шарттарҙа берләшеү, МХО биләмәһендәгеләргә ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеү айырыуса мөһим.

Ә беҙ нимәләр эшләй алабыҙ? Яугирҙәргә тәү сиратта нимәләр кәрәклеген белеү маҡсатында райондың Ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев менән һөйләштек. Уртаҡ фекергә килеп, дрондарҙан һаҡланыу одеялдары тегергә булдыҡ. Интернеттан уларҙы тегеү технологияһын, ниндәй размерҙа, нисә ҡатлы итеп эшләргә, ҡайһы материалдарҙы ҡулланырға кәрәклеген ентекле өйрәндек. 210х160 сантиметр ҙурлыҡтағы, өс ҡатлы одеялдың үҙенсәлеге шунда: уның бер ҡаты махсус ҡатнашма һиптерелгән фольгалы полиэтилендан тегелә. Тап ошо ҡатлам һалдатты дрондарҙан тепловизорҙан да ышаныслыраҡ һаҡлай, йылылыҡты юғалтыуға юл ҡуймай. Йәнә шуныһы бар: был одеялды ябынып йәки түшәп ятырға, носилка итеп ҡулланырға ла мөмкин, кәрәк икән, палатка итеп ҡорорға ла була. Өҫкө ҡаты маскировка материалынан, ямғыр үткәрмәй.

Кәрәкле материалдарҙы йүнләп алыу байтаҡ сығым талап итте. Был йәһәттән шәхси эшҡыуар Илмир Ибраһимов даими финанс ярҙамы күрһәтте. Арабыҙҙа электән тегеү оҫтаһы булып танылған Сәрүәр апай Ҡарағолова хеҙмәтебеҙҙе күпкә еңеләйтте. Уның етәкселегендә тегеү эшен яҡшы белгән Фәйләрә Хәйбуллина, Мәүлиҙә Ҡарағолова, Әлфиә Исмаҡова эште башлап та ебәрҙе. Материалдың осмотон да әрәм итмәйбеҙ – ҡалған ҡырҡымдары маскировка селтәре үреүгә китә.

Кәрәкле материалдарҙың килеп өлгөрөүенә ҡарап, аҙнаһына бер-ике мәртәбә йыйылабыҙ. Эшебеҙҙе яңыраҡ башлауыбыҙға ҡарамаҫтан, әле 15 одеял әҙер, өс маскировка селтәре үрелгән. Төркөмдә күп түгелбеҙ – 10-12 кеше. Тегеүселәр өҫтәлә бара. Йәш килендәр ҙә ихлас ярҙам итеп, бер маскировка селтәре үрә һалып ҡуйҙы.

Бөтә был эштәргә “Атайсал” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Зифа Ибраһимова етәкселек итә. Төп хеҙмәтенән тыш, бағыусылар таба, материал йүнләй, эшләү өсөн урын һөйләшә, йүнәлеш бирә, интернеттан кәрәкле мәғлүмәт эҙләй, өйрәнә, беҙгә өйрәтә.

Үҙебеҙҙең кассирыбыҙ бар. Гел бағыусыларҙан көтөп ултырмайынса, хәлебеҙгә ҡарап, аҡса ла йыябыҙ. Шулай уҡ төркөмдәге кеше һанын арттырыу күҙ уңында тотола – теләүселәр рәхим итһен. Әлегә эшкә тик Байназар һәм Ҡурғашлы ауылдарында йәшәгән пенсионерҙар йәлеп ителһә, киләсәктә яҡын-тирәләге коллегаларыбыҙҙы ла ҡушып алырға уй бар.

Беҙҙе изге теләк берләштерә: махсус хәрби операция тиҙерәк туҡтаһын, илебеҙҙә, донъяла тыныслыҡ урынлашһын. Ут эсендә йөрөгән ир- егеттәребеҙ ғаиләһе, балалары, ата-әсәһе янына имен-һау әйләнеп ҡайтһын.

Әгәр беҙ теккән одеялдар, үргән маскировка селтәрҙәре бер генә һалдаттың булһа ла ғүмерен һаҡлап ҡала икән, беҙ үҙ маҡсатыбыҙға өлгәштек тигән һүҙ. Бөйөк Раббыбыҙ доғаларыбыҙҙы ишетһен, яугирҙәребеҙҙе ҡурсалаһын, иншаллаһ. Ә районыбыҙҙа беҙҙеке кеүек төркөмдәр бихисап. Уларҙағы ҡәрҙәштәребеҙҙе лә ошондай изге теләк берләштереүенә иманым камил. Көсөбөҙҙән килгәнде эшләйек, яугирҙәребеҙҙе хәстәрләйек. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәй халҡыбыҙ.

Зөһрә АЙЫТҠОЛОВА.

Фотоларҙа: 1. Дронға ҡаршы одеялдарҙы төрлөсә файҙаланырға мөмкин. 2. Маскировка селтәрҙәре үреүҙә йәштәр ҙә ярҙам итә.

Фотолар авторҙың шәхси архивынан.

Бөрйән районы.

Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас