Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Ноябрь 2025, 15:10

Халыҡ яралылар тейәлгән поезды ҡаршы алды

Бөгөн Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күмертау ҡалалары аша яралылар тейәлгән поезд үтәсәк, тигән хәбәр иртәнсәктән йәшен тиҙлегендә таралды ла халыҡты ҡым-ғырыз килтерҙе.  “Ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙ ҙә алып китер, гуманитар ярҙамды үҙебеҙҙекеләр ҙә алып тапшырыр, Алла бойорһа”, - ти яралылар өсөн баҙынан йәшник-йәшник ризығын тейәп ебәргән Мәләүез ирекмәне Гөлсәсәк Нарбәкова.

Халыҡ яралылар тейәлгән поезды ҡаршы алдыХалыҡ яралылар тейәлгән поезды ҡаршы алды
Халыҡ яралылар тейәлгән поезды ҡаршы алды

Стәрлетамаҡ ҡалаһында  ҡыҫҡа ялға туҡтаған эшелонды йөҙәрләгән битараф булмаған халыҡ ҡаршы алған, госпиталгә китеп барған яралыларға йылы кейем, һыу, медикаменттар, гигиена кәрәк-ярағы,тәмлекәстәр, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ тапшырған. МХО ветерандарының урындағы ассоциация вәкилдәре әйтеүенсә, яугирҙәр менән осрашырға Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов та килгән.

“Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр хәрәкәте чатында торған Күгәрсен районы Ялсы ауылы уңғандары менән яугирҙәрҙе һыйлап ебәрәйек тип, йылы аштар өлгөрттөк, томан тип тормай, ике сәғәт эсендә иптәшем Күмертау тимер юлы вокзалына килтереп алып еткерҙе. Халҡыбыҙҙың шундай берҙәм, татыу, кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл булғанына һоҡланып ҡарап торам”, - ти поезд көткән арала Күгәрсен районы Ялсы ауылынан килгән ирекмән апай Резеда Вәлиева, халыҡтың күплегенә иғтибар итеп.  

Күмертау вокзалы флагтар тотҡан Мәләүез ҡалаһынан “Йөрәк ҡушыуы буйынса”, Күмертауҙан “Аҡ йылға” (“Белая река”) ” хәрәкәте ирекмәндәрен, битараф булмаған йөҙгә яҡын халыҡты һыйҙырҙы.  Тик был юлы вагон ишектәрен генә асманылар: хәүефһеҙлек яғын уйлап, дөрөҫ тә эшләгәндәрҙер, бәлки, артыҡ кәрәк тә булмағандыр. “Ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙ ҙә алып китер, гуманитар ярҙамды үҙебеҙҙекеләр ҙә алып тапшырыр, Алла бойорһа”, - ти яралылар өсөн баҙынан йәшник-йәшник ризығын тейәп ебәргән Мәләүез ирекмәне Гөлсәсәк Нарбәкова.

 

 

Халыҡ яралылар тейәлгән поезды ҡаршы алды
Халыҡ яралылар тейәлгән поезды ҡаршы алды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас