

Әбйәлил районының Ниязғол ауылынан тиҙҙән фронтҡа үҙенсәлекле йөк оҙатыласаҡ. Яңы Балапан мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусыһы Рамаҙан Һибәтуллин үҙенең «ПАТРОН» мотоциклын билдәһеҙ яугиргә бүләк иткән. Техника менән бергә үҫмер хат яҙған - атаһына әйләнеп ҡайтырға яҙмаған ерҙә илебеҙҙе һаҡлаған яугиргә мөрәжәғәт был.
Рамаҙандың атаһы Илшат Аҙнабай улы Һибәтуллин яңыраҡ тыуған ерендә ерләнгән. Күп тә үтмәҫтән, уның улы атаһы һатып алған техниканы, дошманды еңергә ярҙам итһен өсөн, хәрби округҡа тапшырырға ҡарар итә. Һалдатҡа яҙған хатында Рамаҙан атаһына әйтеп өлгөрмәгән иң мөһим һүҙҙәрҙе яҙған.
- Мотоциклды мотлаҡ ышаныслы ҡулдарға тапшырырбыҙ, ҙур рәхмәт, - ти "Талисман" төркөмө ирекмәндәре. Кисә уның етәкселәренең береһе Вадим Папанин техниканы барып алған.
Яҡындарыңды юғалтыу әрнеүе башҡалар өсөн ярҙамға әйләнде. Башҡорт ауылы егете ҡылған ҡылығы менән иң ауыр ваҡытта ла ир-егеттәр рухының көслө булыуын күрһәтте.
Рамаҙанға уҡыуҙа һәм спортта уңыштар теләйбеҙ - ул урындағы хоккей командаһының ҡапҡасыһы. Бөгөн үк ул ир-егет характерын күрһәтә, Рамаҙан лайыҡлы кеше булып үҫер, тип ышанабыҙ.
Әсәһе Гүзәл Һибәтуллинаға илһөйәр, көслө рухлы ул тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт!
Сығанаҡ: “Абзелил” гәзите
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!