Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Ноябрь 2025, 07:00

Ил һаҡсыларының рәхмәте сикһеҙ

Был улар өсөн аңлатып бөткөһөҙ ҙур ярҙам

Ил һаҡсыларының рәхмәте сикһеҙИл һаҡсыларының рәхмәте сикһеҙ
Ил һаҡсыларының рәхмәте сикһеҙ

Башҡортостан халҡында бер-береһенә ҡарата теләктәшлек яҡшы мөнәсәбәт ифрат көслө. Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланыу менән һәр кем ниндәй ҙә ярҙам күрһәтергә ынтылды, ул әле лә дауам итә. Әйтәләр бит ярҙамдың бәләкәйе йәки ҙуры юҡ тип. Аҡса күсереүселәр, аҙыҡ-түлек йүнәтеүселәр, кейем-һалым хәстәрләүселәр, төҙөлөш материалдары йыйыусылар һәм бүтән хәстәрлектәр шуға асыҡ миҫал.

Сибай ҡалаһы мэры Сергей Озерцов һөйләүенсә, башҡортостандарҙың, шул иҫәптән, сибайҙарҙың берҙәмлеге һәм ойошҡанлығы арҡаһында тиҙ арала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә кәрәк-яраҡ йыйылған. Әйткәндәй, күптән түгел, Сергей Вениаминович шәхсән үҙе лә Ватан һаҡсылары янында булып ҡайтҡан.

– Һалдаттар тылдағыларҙан төрлө ылауҙы даими алып тора, – тине Сергей Озерцов. – Был улар өсөн аңлатып бөткөһөҙ ҙур ярҙам. Барлыҡ ошо посылкалар, хатта уҡыусы балаларҙың яҙған хаттары һәм сәләмдәре уларҙы Еңеүгә әйҙәй. "Тыл менән бәйләнеш булған осраҡта ғына Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ" ти егеттәр.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы киләсәктә лә Ватан һаҡсыларына ярҙам күрһәтеләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Фото: Ольга Святкина.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас