Барыһы ла Еңеү өсөн
1 Декабрь 2025, 18:50

Иңгә-иң терәп эшләйҙәр

МХО ветерандарына, уларҙың ғаилә ағзаларына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә тейешле ярҙам сараларын алыуҙа булышлыҡ итеү, комплекслы ярҙам күрһәтеү – “Ватанды һаҡлаусылар” фондының төп бурысы. Социаль координаторҙар - мөрәжәғәт итеүсене профилле ведомстволар һәм власть органдары менән бәйләүсе звено. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалында – 120 социаль координатор, уларҙың береһе – Белорет районынан Татьяна Борисова. Татьяна Леонидовна ире менән өс бала тәрбиәләйҙәр – Кристина, Михаил һәм Ангелина. Университет белеме булған тарихсы район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы булып эшләй. МХО башланғас, унда ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.

2025 йылдың мартынан Татьяна Борисова – “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Белорет районы буйынса төбәк филиалының социаль координаторы. Уның ҡарамағында 540 кеше.

- Беҙҙә 500-ҙән ашыу МХО ветераны, уларҙың ғаилә ағзалары. Күптәре менән танышмын, электән аралашабыҙ, бәйләнеш тотабыҙ, – тип һөйләне Татьяна Леонидовна. Социаль координатор бөтә тәрбиәләнеүселәренә ярҙам саралары, яңы ярҙам программалары тураһында мәғлүмәт бирергә тырыша, ТСР алырға, торлаҡты яраҡлаштырыу өсөн ғариза яҙырға, бөтә кәрәкле документтарҙы йыйырға һәм әҙерләргә булышлыҡ итә. Татьяна Леонидовнаның ҡарамағындағы берәү заманса ҡатмарлы протез алған, дүртәүһе торлаҡ биналарын яраҡлаштырыуға әҙерләнә.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары - тәүгеләрҙән булып кеше проблемалары йөкләмәһен үҙ өҫтөнә алған кешеләр.

 - Социаль координаторҙар беҙҙең фондҡа килеүселәрҙе ҡабул итә. Быйыл октябрҙә беҙгә 15 яңы белгес ҡушылды, хәҙер беҙ 120 кеше, – был махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса эшебеҙҙә алға ҙур аҙым. Яңы хеҙмәткәрҙәр ярҙамға мохтаж тағы ла күберәк кешегә ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлнур Ҡолһарина.
  – Фонд эшләгән осорҙа беҙ берҙәм командаға әйләндек, беҙҙе һаҡлаусыларыбыҙға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү маҡсаты өсөн иңгә-иң терәп эшләйбеҙ, – тине “Ватанды һаҡлаусылар” фондының ике йыллығында статс-секретарь – РФ оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды рәйесе Анна Цивилева. - Эш һөҙөмтәләре күҙгә күренеп тора: ул - МХО ветерандарының һәм уларҙың ғаилә ағзаларының ыңғай баһаһы, шулай уҡ хәл ителгән мәсьәләләр һаны. Бындай һөҙөмтәләр – социаль координаторҙарҙың, битараф булмаған кешеләрҙең, үҙ эшенең оҫталарының ҙур ҡаҙанышы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Анна Цивилева.
Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” фондының адресы : Өфө, Минһажев урамы, 107. Телефон: 8 (347) 268-01-02
Галина Морозова, ролик – ЦУР

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас