Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Декабря 2025, 11:00

“Ете тапҡыр барып ҡайттым, беҙҙе унда көтәләр...”

Яугирҙәр эргәһендә булыу, үҙ күҙҙәрем менән тормоштарын күреү, танышыу миңә ныҡ тәьҫир итте, бөтөнләй башҡа кешегә әүерелгәндәй тойҙом үҙемде...

“Ете тапҡыр барып ҡайттым, беҙҙе унда көтәләр...”“Ете тапҡыр барып ҡайттым, беҙҙе унда көтәләр...”
“Ете тапҡыр барып ҡайттым, беҙҙе унда көтәләр...”

Федоровка районының Юлдаш ауылында йәшәгән Филүз Юлдашбаев махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөк ташыуҙа иң әүҙемдәрҙең береһе. Ул ауыл клубы мөдире булып эшләй, ирекмәнлек менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Ул үҙенең был эш менән нисек шөғөлләнә башлауы тураһында “Ашкадарские зори” хәбәрселәренә һөйләгән.

– Беҙҙең ирекмәндәр төркөмө “Еңеү өсөн!” тип атала. Уға “Ағинәйҙәр” фольклор коллективы ла инә. Мин ялға ҡайтҡан егеттәрҙән нисек хеҙмәт итеүҙәре, нимә кәрәк булыуы тураһында һораштым һәм ярҙамды ойоштороу буйынса ауылдаштарым менән кәңәшләштем. Тәүге йөк әҙер булғас, Өфөгә илттем, ундағы егеттәр менән таныштым. Улар мине үҙҙәре менән фронтҡа барырға тәҡдим иткәс, ризалаштым. Яугирҙәр эргәһендә булыу, үҙ күҙҙәрем менән тормоштарын күреү, танышыу миңә ныҡ тәьҫир итте, бөтөнләй башҡа кешегә әүерелгәндәй тойҙом үҙемде. Кәрәкле әйберҙәр алып килгәнебеҙҙе күреп, улар ысын күңелдән шатлана, үҙҙәре тураһындағы хәстәрлектән кәйефтәре күтәрелә. Хәҙер миндә уларға даими ярҙам итеү теләге көслө, Өфөләге егеттәр менән һәр саҡ  бәйләнештәмен, сәфәргә сығырға ашҡынып торам.

 Исемлектә -– маскировка селтәрҙәре, йылы кейемдәр, ойоҡбаштар, бирсәткәләр, еүеш салфеткалар, бер тапҡыр ҡулланылыусы таҫтамалдар, аҙыҡ-түлек. Махсус заказ буйынса газ баллондары, йыйылмалы йылытҡыстар, бау алып киләбеҙ. Мәләүездә йәшәгән Фидан Ғаффаров , Федоровканан Венер Сиражетдинов шпагаттар килтерҙе, Көйөргәҙелә йәшәгән Илдар Сынбулатов уларҙан һалдаттар өсөн бауҙар үрә. Был уңайлы бауҙар яугирҙәргә тоҡтарҙы яурынға  рюкзак кеүек элеү өсөн бик кәрәк. Алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлекте шулай илтәләр. Яугирҙәр ябай халыҡтың ярҙамы өсөн бик рәхмәтле. Мин шулай уҡ портатив плитәләр, ҡарабойҙай бутҡаһы, консервалар, дрондарға ҡаршы одеялдар туплайым.

Петербург ҡалаһынан Вадим Йомағолов һәм Рөстәм Кинйәбаев – минең төп спонсорҙарым. Федоровка халҡы ла бик әүҙем. Зөбәржәт Иманғолова, Зилә Ибраһимова, Разалия Сәйфуллина, Олеся Блинникова һәм башҡа бик күптәр ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Минең уң ҡулым – хәләл ефетем Зөһрә Ялҡар ҡыҙы.

Яҡташтарыма ысын күңелдән изгелектәре өсөн рәхмәт белдергем, ғаиләләренә именлек, һаулыҡ теләгем килә, – ти Филүз Юлдашбаев.  

 Фото: ғаилә архивынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас