Барыһы ла Еңеү өсөн
4 Декабрь 2025, 21:30

Тәнегеҙҙе лә, күңелегеҙҙе лә йылытһын

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн йөн ойоҡбаштар бәйләү һис тә мәшәҡәт түгел,  улар бәйләменең һәр күҙенә йөрәк түренән сыҡҡан сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен, хәстәрлек тойғоларын һалырға тырыша.

Тәнегеҙҙе лә, күңелегеҙҙе лә йылытһынТәнегеҙҙе лә, күңелегеҙҙе лә йылытһын
Тәнегеҙҙе лә, күңелегеҙҙе лә йылытһын

Федоровка районының Михайловка ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә гуманитар йөк туплауҙа тәүге көндәрҙән үк әүҙемлек күрһәтте. “Көмөш йәштәгеләр” айырыуса берҙәм булып сыҡты, улар яугирҙәр өсөн йылы ойоҡбаштар бәйләүгә бөтә ихласлыҡтарын һалып тотондо.

Улар был ҡул эшен  йәштән яратып башҡара. Хәҙер ул көндәлек шөғөлгә әүерелде, сөнки тәбиғәттә һыуыҡ миҙгел хакимлек итә, яугирҙәргә йылыраҡ кейенергә кәрәк, тип иҫәпләй улар. Ике Надежда һәм ике Валентина  өсөн йөн ойоҡбаштар бәйләү һис тә мәшәҡәт түгел,  улар бәйләменең һәр күҙенә йөрәк түренән сыҡҡан сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен, хәстәрлек тойғоларын һалырға тырыша.

Надежда Иванова, Надежда Пятаева, Валентина Касмылина һәм Валентина Полетаева үҙҙәренең һәр ҡул эшенә оҫталығынан тыш, күңел һәм йорт йылыһын да өҫтәй. ”Беҙҙең һөйөүебеҙ һәм әсәйҙәрсә хәстәрлегебеҙ һалҡын көндәрҙә яугирҙәрҙең ныҡлы тылдары булыуына ышаныстарын һүндермәһен“, - ти өлкәндәр.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 Фото: “Ашкадарские зори” гәзите.

Тәнегеҙҙе лә, күңелегеҙҙе лә йылытһын
Тәнегеҙҙе лә, күңелегеҙҙе лә йылытһын
Тәнегеҙҙе лә, күңелегеҙҙе лә йылытһын
Тәнегеҙҙе лә, күңелегеҙҙе лә йылытһын
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас