Барыһы ла Еңеү өсөн
9 Декабрь 2025, 13:30

Йылайыр ағинәйе яугирҙәргә 70 ойоҡбаш бәйләгән

Бәйләменең һәр күҙенә изге доғалар уҡып, йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән инәйгә “афарин”дан башҡа ни әйтәһең!

Йылайыр ағинәйе яугирҙәргә 70 ойоҡбаш бәйләгәнЙылайыр ағинәйе яугирҙәргә 70 ойоҡбаш бәйләгән
Йылайыр ағинәйе яугирҙәргә 70 ойоҡбаш бәйләгән

Бөгөн һәр район һәм ҡала халҡы махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусылар өсөн бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Маскировкалау селтәрҙәре үрһенме, дронға ҡаршы юрғандар эшләһендәрме, йылы кейемдәр текһенме, йорт йылыһын биргән тәмлекәстәрме, шифалы үләндәр булһынмы – барыһын да яугирҙәр өсөн әҙерләйҙәр.

Көндәр һыуытыу менән яугирҙәр өсөн йылы ойоҡбаш һәм бирсәткәләр бәйләү башланды. Йылайыр районынан Антонина Окунева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 70 пар йылы һәм йөн ойоҡбаш бәйләгән. Бәйләменең һәр күҙенә изге доғалар уҡып, йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән инәйгә “афарин”дан башҡа ни әйтәһең!

Күмәк көс һәм берҙәмлек булғанда, Еңеү тиҙҙән беҙҙең яҡта буласаҡ!

Фото: “Зилаирские огни” гәзитенән

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор:Карима Усманова
Читайте нас