Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Декабрь 2025, 09:30

Яугирҙәр өсөн кейем тегәләр

“Үҙебеҙҙекеләр өсөн кейем тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан” ирекмәндәр хәрәкәте Өфө дәүләт нефть техник университетында яңы ышаныслы теләктәштәр тапты

Яугирҙәр өсөн кейем тегәләрЯугирҙәр өсөн кейем тегәләр
Яугирҙәр өсөн кейем тегәләр

“Үҙебеҙҙекеләр өсөн кейем тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан” ирекмәндәр хәрәкәте Өфө дәүләт нефть техник университетында яңы ышаныслы теләктәштәр тапты.

 Юғары уҡыу йорттары кампусы резиденты булған Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары һәм студенттары ошо хәрәкәт теләктәштәренең береһенә әүерелде. Хәрәкәттең рәйесе Гөлдәр Сибәғәтуллина  етәкселегендә проекттың исем туйы үтте, эш өлгөләре күрһәтелде һәм йылы курткалар өсөн әҙер өлгөләр тапшырылды.

Университеттың Бизнес экосистемалары һәм креатив индустриялар институтының “Кейем технологияһы һәм конструкторлау” кафедраһы доценты, техник фәндәр кандидаты Зарема Григорьева етәкселегендә 4-се курс студенттары  мини-конвейер ойошторҙо, бурыстарҙы бүлешеп алды һәм тегеү эшенә тотондо. Йәштәр өсөн был әһәмиәтле ғәмәл генә түгел, ә дөйөм изге эшкә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә – индергән өлөш тә.

Хәрәкәт вәкилдәре университеттың ректоры Олег Баулинға һәм кафедра мөдире Ольга Будееваға, шулай уҡ студенттарға  башланғысҡа ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: Евразия юғары уҡыу йорттары кампусы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас