

Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре көсө менән Донецк Халыҡ Республикаһында часовня ҡалҡытылған. Уны изге Николай Чудотворец иҫтәлегенә асҡандар.
Әйткәндәй, часовня асыу идеяһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еткергән. "Молодежная газета"һына Башҡортостан Башлығының Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәре менән бәйләнеш тотоу буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин һөйләүенсә, Радий Хәбиров сираттағы командировкаһында ошо урында часовня ҡуйырға тәҡдим индергән. Ә Башҡортостан күп милләтле республика, яугирҙәр араһында төрлө дин тотоусылар күп. Шул иғтибарға лайыҡ, быға хәтлем яугирҙәр тырышлығы менән мәсет төҙөлгәйне.
Сығышы менән Баймаҡ районынан булған "Моджахед" позывнойлы һалдат билдәләүенсә, Башҡортостандан йыш гуманитар ылау килеп тора, шул иҫәптән, ағас материалдарын күп ебәрәләр. Артабан инде бынамын тигән мәсет өсөн бура бурағандар. Аллаһ йорто тап Ҡорбан байрамына әҙер булған.
Фото: "Молодежная газета".