Барыһы ла Еңеү өсөн
26 Декабря 2025, 11:00

Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға 17 автомобиль тапшырҙылар

Башҡортостан махсус хәрби операция үткәреү биләмәһенә 170-се ҙур гуманитар ылау алып барҙы.

Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға 17 автомобиль тапшырҙыларАлғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға 17 автомобиль тапшырҙылар
Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға 17 автомобиль тапшырҙылар

Башҡортостан махсус хәрби операция үткәреү биләмәһенә 170-се ҙур гуманитар ылау алып барҙы.

Ғафури, Туймазы, Илеш, Бишбүләк, Бөрйән, Кушнаренко райондары һәм Өфөнөң предприятиелары, ойошмалары һәм битараф булмаған халҡы ярҙамында йыйылған йөк мобилизацияланғандарға һәм ирекмәндәргә, шулай уҡ ЛНР-ҙың Красный Луч ҡалаһы граждандарына йүнәлтелгән.

Ылауға 17 автомобиль (“УАЗ”, “Нива”, “Шевроле Нива”, “ВАЗ”, “Газель”), меңдән ашыу "Уфимец" дроны һәм 5 "Кыш-бабай" дроны, генераторҙар, бензин бысҡылары, мобиль мунсалар, ағас материалдары, маскировкалау селтәрҙәре, һаҡланыу саралары, запас частар һәм тәгәрмәстәр, инструменттар һәм материалдар, ҡаты көнкүреш материалдарын йыйыу контейнерҙары, эсәр һыу, дарыуҙар һәм 42 берәмек медицина ҡорамалдары тупланған.

Гуманитар ярҙам Берҙәм Рәсәй” партияһының халыҡ программаһы сиктәрендә ойошторолған.

Фото: Башкирский батальон.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас