Барыһы ла Еңеү өсөн
29 Декабрь 2025, 08:00

Иглиндәр яугирҙәргә Яңы йыл ылауы алып барҙы

Ярҙам беҙҙең яҡлаусылар хеҙмәт иткән 100 нөктәгә таратылған. 

Иглиндәр яугирҙәргә Яңы йыл ылауы алып барҙыИглиндәр яугирҙәргә Яңы йыл ылауы алып барҙы
Иглиндәр яугирҙәргә Яңы йыл ылауы алып барҙы

Яңы йыл алдынан Иглин районы махсус хәрби операция биләмәһенә 57-се гуманитар ылауҙы алып барҙы.

Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова белдереүенсә, был - быйыл оҙатылған иң ҙур гуманитар ылауҙарҙың береһе. Унда “КамАЗ”, ике “ГАЗель” һәм ике тағылмалы автомобиль ингән. Шулай уҡ машиналар, мотоциклдар, генераторҙар, мейестәр, автозапчастар, төҙөлөш материалдары һәм башҡа күп нәмәләр алып барғандар.

– Быларҙың барыһын да беҙҙең яҡлаусылар хеҙмәт иткән 100 нөктәгә таратылды. Аҡса ебәргән, йыйған, һатып алған һәм ярҙам туплаған һәр кемгә ҙур рәхмәт. 5000 километр юл үткән һәм йөктө адресатҡа барып еткергәнсе хәүеф аҫтында булған водителдәргә, Иглин районы халҡына яугирҙәребеҙҙән ҙур сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, – тип белдерҙе район етәксеһе.

Фото: скриншот.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Иглиндәр яугирҙәргә Яңы йыл ылауы алып барҙы
Иглиндәр яугирҙәргә Яңы йыл ылауы алып барҙы
Иглиндәр яугирҙәргә Яңы йыл ылауы алып барҙы
Иглиндәр яугирҙәргә Яңы йыл ылауы алып барҙы
Иглиндәр яугирҙәргә Яңы йыл ылауы алып барҙы
Иглиндәр яугирҙәргә Яңы йыл ылауы алып барҙы
Иглиндәр яугирҙәргә Яңы йыл ылауы алып барҙы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас