Гөлсөм Бикбулатова ниндәй миҙалға лайыҡ булған?

Үткән йыл Гөлсөм Бикбулатова бер нисә тапҡыр «Ете ҡыҙ» ойошмаһы составында махсус хәрби операция биләмәһенә барып, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттары алдында концерттар ҡуйҙы.

Гөлсөм Бикбулатова ниндәй миҙалға лайыҡ булған?Гөлсөм Бикбулатова ниндәй миҙалға лайыҡ булған?
Гөлсөм Бикбулатова ниндәй миҙалға лайыҡ булған?

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова «Махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Был наградаға ул әүҙем патриотик позицияһы, Ватанды һаҡлаусыларҙы хуплауға шәхси өлөшөн индергән өсөн лайыҡ булды. Былтыр Гөлсөм Бикбулатова бер нисә тапҡыр «Ете ҡыҙ» ойошмаһы составында махсус хәрби операция биләмәһенә барып, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттары алдында концерттар ҡуйҙы. Уның сағыу сығыштары яугирҙәрҙең күңелен күтәрҙе.
Халҡыбыҙҙың моңло, ҡыйыу ҡыҙын ҡотлайбыҙ! Еребеҙгә Яңы йыл именлек алып килһен!

Сығанаҡ: Сәләм телеканалы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас