Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
7 Ғинуар , 13:30

Ҡариҙелдән оло һөйөү менән

"Яугирҙәребеҙҙән күпме шатлыҡ, йылылыҡ бөркөлә!"

Ҡариҙелдән оло һөйөү менән
Ҡариҙелдән оло һөйөү менән

“Гуманитар ярҙам алған яугирҙәребеҙҙең рәхмәт һүҙҙәре – беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе”, – тип яҙҙы Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин сираттағы тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә сәфәр ҡылғандан һуң.

“Яугирҙәребеҙ менән осрашыу һәр саҡ яңы эш-ғәмәлдәргә дәртләндерә, ярҙам сараларын юҡҡа башҡармауыбыҙҙы ныҡлы дәлилләй. Күпме шатлыҡ, йылылыҡ бөркөлә уларҙан! Ылауҙы туплауға, алып барыуға өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт белдерәм.

Беҙ МХО биләмәһенә төрлө кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек, медикаменттар ғына түгел, ә тыуған ерҙең, өйҙөң йылыһын да килтерәбеҙ. Шуның өсөн дә һәр посылка, әйбер мөһим – улар оло һөйөү, хәстәрлек менән ебәрелгән. Аҡсалата һалынған һәр һум да ҡиммәт – ул донъябыҙ хәүефһеҙлеген тәьмин итә, иртәгәһе көнгә ышанысты арттыра.

Ылау туплауҙа ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт! Һеҙҙең булышлығығыҙ – Ватан һаҡсылары өсөн иң юғары баһа”, – тип яҙҙы Айҙар Шәйҙуллин.

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы МХО биләмәһендә һаулыҡ һағындағылар менән дә даими осрашып тороуҙары хаҡында белдерҙе.

– Улар шул ҡәҙәр ауыр һәм мөһим ғәмәл башҡара – яугирҙәребеҙҙең һаулығы, ғүмере өсөн көрәшә. Хеҙмәттәре – көндәлек ҡаһарманлыҡ өлгөһө, – ти Айҙар Шәйҙуллин. – Беҙгә әле барғанда “Луна” позывнойлы шәфҡәт туташы менән осрашыу бәхете тейҙе. Махсус хәрби операция биләмәһендә инде оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт иткән яҡташыбыҙҙың тәжрибәһе, эшен мөкиббән яратып башҡарыуы һоҡландыра. Ихтыяр көсө, яҡты киләсәккә ышанып ҡарауы – гүйә, ҡараңғылыҡтағы нур.

Шулай уҡ беҙ районыбыҙҙың Әбүталип ауылынан шәфҡәт туташы Гөлизә менән осраштыҡ. Яҡташыбыҙ үҙе эшләгән госпиталгә кәрәкле принтер, гигиена саралары, медикаменттар менән ярҙам итеүҙе һорағайны. Уның үтенесен оло ҡәнәғәтлек менән үтәнек.

Ҡәҙерле медицина хеҙмәткәрҙәребеҙ, рәхмәт һеҙгә!

Фотолар А. Шәйҙуллиндың сәхифәһенән алынды.

Ҡариҙелдән оло һөйөү менән
Ҡариҙелдән оло һөйөү менән
Ҡариҙелдән оло һөйөү менән
Ҡариҙелдән оло һөйөү менән
Ҡариҙелдән оло һөйөү менән
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас