Башҡортостанда яугир-контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү бер миллион һумғасы арттарылды. Хәрби хеҙмәт үтеүсе граждандарҙың айырым категорияларына ярҙам тураһындағы указға индерелгән үҙгәрешкә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Был ярҙам сараһы 2026 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инде. Бер миллион һум күләмендәге төбәк ярҙамы алыуға хоҡуҡ быйылғы йылдың 31 ғинуарына тиклем һаҡлана.
Былтырғы йыл Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләренә ярҙам йылы исеме аҫтында үткәрелде. Хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары дәүләт, төбәк, муниципалитеттар, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселәр, вайымһыҙ булмаған кешеләр хәстәрлеге менән уратып алынған.
Рәсәй кимәлендә, илебеҙ Президенты Владимир Путин белдереүенсә, махсус хәрби операцияға ярҙамға халыҡ 54,5 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәткән. Шуның 45 миллиард һумы – яугирҙәр һәм хәрби подразделениелар һораған тәғәйен закказдар буйынса.
Фото: социаль селтәрҙән