Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
8 Ғинуар , 13:30

15 йәшлек Морат мотоциклын йәлләмәгән

"Миңә түгел, уларға кәрәк".

15 йәшлек Морат мотоциклын йәлләмәгән
15 йәшлек Морат мотоциклын йәлләмәгән

"Осҡон" гәзите хәбәр итеүенсә, Әбйәлил районының Әүмеш ауылынан 15 йәшлек Морат Ишмөхәмәтов үҙенең мотоциклын махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә ебәрергә ҡарар иткән.

"Берлек" ирекмәндәр төркөмө мотоциклды Әүмештән барып алған. Был мәлдә Морат үҙе Өфөлә уҡыуҙа булыуы сәбәпле, ирекмәндәр төркөмө уға тәғәйенләнгән Рәхмәт хатын оло йөрәкле ул тәрбиәләгән Фәнил Ишмөхәмәтовҡа тапшырған.

Яугирҙәребеҙ өсөн кәрәкле был мотоцикл тиҙҙән МХО зонаһына гуманитар ылау менән ебәреләсәк.

Афарин, Морат!

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

15 йәшлек Морат мотоциклын йәлләмәгән
15 йәшлек Морат мотоциклын йәлләмәгән
Автор: Карима Усманова
Читайте нас