Башҡортостанда 2025 йылда хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ҙур күләмдә эш башҡарылды. Республикала 54 төбәк ярҙам сараһы ғәмәлдә, шуларҙың 11-е 2025 йылда индерелгән. Уларҙы финанслау күләме ике тапҡырға артты – 13,4 миллиард һумдан 30 миллиард һумға тиклем. Был турала бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә исемле йылға йомғаҡ яһап вице-премьер – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
– Беҙҙең маҡсат – бер тапҡыр ғына ярҙам итеү түгел, ә яугирҙәрҙе тулы кимәлдә тыныс тормошҡа ҡайтарыу. Был процестың барышы төп индикаторҙар буйынса контролдә тотола. Ҡайтҡандарҙың 86,3 проценты диспансеризация, 25 проценты реабилитация үтә, 77,8 проценты эшкә урынлаштырылды, башҡа ярҙам күрһәтелә. Инвалид ветерандарға айырыуса иғтибар бүленә.
Физкультура һәм спорт – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының интеграцияһында айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Башҡортостандың адаптив спорт үҙәгендә ауыр яраланыу сәбәпле инвалид булып ҡалған 43 МХО-ла ҡатнашыусы шөғөлләнә. "Батырлыҡ" проекты 800-ҙән ашыу кешене берләштерҙе. Республика Дзержинскиҙа үткән „Ватанды һаҡлаусылар Кубогы“ бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүсе булды.
Махсус муниципаль ярҙам үҙәктәре селтәрен булдырабыҙ. Бөгөн улар 27 районда һәм ҡалала асыҡ һәм уңышлы эшләй. 2026 йылда тағы ла 36 үҙәк асыу планлаштырыла, — тип хәбәр итте Руслан Хәбибов.
Вице-премьер киләсәккә билдәләнгәнен өҫтөнлөктәрҙе әйтте. Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, муниципаль ярҙам үҙәктәре селтәрен булдырыуҙы тамамлау, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу темптарын арттырыу, ҡайтыусы яугирҙәрҙе комплекслы оҙатыу өсөн “бер тәҙрә” системаһын эшләтеп ебәреү һәм ветерандарҙы физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора.
– Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – ярҙам күрһәтеү генә түгел, ә һәр ветеран һәм уның ғаиләһе онотолмаған, ҡәҙерләнгән, уларға ярҙам иткән мөхит булдырыу. Башҡортостан бөтә ил менән бергә беҙҙең заман геройҙарына ярҙам итеү системаһын төҙөүҙе дауам итергә әҙер, — тине Руслан Хәбибов.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылда республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса системалы эш башланыуына иғтибар итте.
– Ярҙам үҙәктәре һәр ҡалала булырға тейеш. Райондарҙа ла иғтибар итергә кәрәк. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡайтасаҡ. Әле өс меңдән ашыу кеше ҡайтҡан. Уларҙың 77 проценты эшкә урынлашҡан. Ә ҡалған 23 проценты? Быны күҙәтергә кәрәк. Әлегә өс мең. Артабан тиҫтәләрсә мең буласаҡ. Яугирҙәрҙе ҡаршыларға әҙер булырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!