Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова махсус хәрби операциянан тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашты.
Муниципалитет сайты хәбәр итеүенсә, район етәксеһе МХО-ла ҡатнашыусылар менән гуманитар ярҙам алып барыу һәм ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләре тураһында һөйләште. Лариса Геннадиевна билдәләүенсә, фронтта иң кәрәкле нәмәләр тураһындағы әңгәмә асыҡтан-асыҡ барҙы.
“Егеттәр гуманитар ярҙам алып барыуҙы нисек яҡшыраҡ ойоштороу тураһында аңлатты”, – ти Лариса Александрова. – “Тәүге сиратта нәмәләр кәрәк булыуы, ниндәй медикаменттар талап ителеүе тураһында һөйләнеләр. Ғаиләләргә ярҙамды нисек әүҙемләштереүҙе лә айырым тикшерҙек. Уларҙың ҡатындары, балалары, ата-әсәләре көнкүреш мәсьәләләрендә беҙҙең ярҙамды даими тоя алырға тейеш”.
Хаикимиәт башлығы осрашыуҙан һуң үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уның әйтеүенсә, һалдаттар йөҙөндә ҡаҡшамаҫ рух һәм фронтҡа барырға ҡарар итеүҙәре өсөн яуаплылыҡ күргән.
“Шундай мәлдәрҙә беҙҙең бурыс – ышаныслы тыл булырға тейешлеген тәрәнерәк аңлайһың”, – ти Лариса Александрова.
Фото: Мишкә район хакимиәте сайты.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!