Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Ғинуар , 14:28

Күмертауҙа эш яҡшы ойошторолған

Хакимиәт башлығы тәжрибә уртаҡлашты.

Күмертауҙа эш яҡшы ойошторолған
Күмертауҙа эш яҡшы ойошторолған

Күмертау ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр һәм ветерандар буйынса етди эш ойошторолған. Был тәжрибәне Хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡала хакимиәте башлығы Олег Астахов уртаҡлашты. Әйткәндәй, ҡала 2025 йыл йомғаҡтары буйынса “Йыл ҡаҙанышы” рейтингының “Социаль үҫеш” номинацияһында беренсе урын яуланы. Һәм был номинацияла юғары һөҙөмтәләргә МХО ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу күрһәткестәре буйынса өлгәшелгән. Һандар 2024 йылдағы менән сағыштырғанда 33 проценттан ашыуға артҡан һәм 66,7 процент тәшкил иткән.

Күмертауҙа хәрбиҙәр эш биреүселәр менән осраша, вакансиялар йәрминкәләрендә була, улар өсөн ҙур предприятиеларҙа асыҡ ишектәр көнө һәм башҡа саралар уҙғарыла.

– Эште һөҙөмтәлерәк ойоштороу өсөн МХО-ның демобилизацияланған ҡатнашыусыларын эшкә урынлаштырыу буйынса комиссия булдырылды. Уның эшенең маҡсаты – мөрәжәғәт иткән һәр яугиргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына адреслы ярҙам күрһәтеү. Демобилизация мәлендә һәр кемгә шәхси куратор беркетелә, — тип аңлатты Олег Астахов.

Күмертауҙа махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының бүлексәһе асылған, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәләре өсөн клуб эшләй.

– Был комплекслы ҡараш беҙгә юғары күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе, – тип һығымта яһаны Олег Астахов.

– Был эште дауам итергә кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары тәжрибәне үҙләштерә ала. Әлегә бурыстар бик ҡатмарлы түгел, сөнки күп кенә хәрбиҙәр әйләнеп ҡайтып өлгөрмәгән. Әммә бер көн улар кире ҡайтасаҡ һәм ҙур күләмдә эш башҡарырға кәрәк буласаҡ. Әле инфраструктураны әҙерләргә, эште өйрәнергә ваҡыт бар, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас