16 ғинуарҙа Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған, Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булған Салауат Флүр улы Мөхәмәтдиновның яҡындары менән осрашты.
Яугирҙең ғаиләһе яҡташтарына әүҙем ярҙам итә. Был юлы ла, изге йома көнөнә тура килтереп, алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән егеттәргә ҙур ярҙам алып килгәндәр – “УАЗ 2206” автомобилен тапшырҙылар.
Был автомобиль шуныһы менән ҡәҙерле – егәрле, эшсән улдары Салауат уны 18 йәше тулмаҫ борон уҡ үҙ көсө менән һатып алған булған.
Фәйрүзә Әбүзәр ҡыҙы ғаиләһе исеменән изге теләктәрен дә еткерҙе.
– Улыбыҙҙың яуҙа йөрөгән иптәштәренә машинаның изгелеге тейһен. Уға дрондар эләгеп тә өлгөрмәй, һуғыш тамамланһын. Егеттәребеҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтып, ата-әсәләрен, ғаиләләрен ҡыуандырырға, балаларын матур итеп тәрбиәләп үҫтерергә яҙһын. Донъяға тыныслыҡ килһен, илебеҙ имен булһын. Ейәндәребеҙ, киләсәк быуындар һуғыш күрмәһен! – тине ул.
Рәмил Миңләхмәт улы ҡаһарман йөрәкле яугир Салауаттың ата-әсәһе - Фәйрүзә Әбүзәр ҡыҙына һәм Флүр Шәрифулла улына, ҡатыны Көнһылыу Хәлил ҡыҙына, улдарына махсус хәрби операцияға даими ярҙамдары, дөйөм изге эшкә индергән өлөштәре өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.
Техника сираттағы гуманитар ылау менән махсус хәрби операция зонаһына ебәреләсәк.
Фото: һәм мәғлүмәт сығанағы: “Таң” гәзите.