Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Ғинуар , 09:45

Яугирҙәр былау ҙа тәмләйәсәк, быҡтырылған ит тә ашаясаҡ

Күптән түгел  Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ҙур гуманитар ярҙам оҙатыуҙы ойошторҙо.

Яугирҙәр былау ҙа тәмләйәсәк, быҡтырылған ит тә ашаясаҡ
Яугирҙәр былау ҙа тәмләйәсәк, быҡтырылған ит тә ашаясаҡ

Махсус хәрби операция башланғандан алып Баймаҡ районынан даими рәүештә яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙатыла.

Бөгөн республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса иҫ киткес ҙур эштәр алып барыла. Был изге башланғыстан Баймаҡ районы ла ситтә ҡалмай.

Күптән түгел  Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ҙур гуманитар ярҙам оҙатыуҙы ойошторҙо.

Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировка селтәрҙәре, миндек, портатив газ плитәһе, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек, ауҙар, кейем һәм яугирҙәргә ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ярҙамында туплана.

Районда “Беҙ бергә!” ойошмаһы ағзалары яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Уның етәксеһе Лилиә Такаева әйтеүенсә, ойошма ирекмәндәре үҙҙәре йәшәгән ауылда яугир ауылдаштары өсөн адреслы ярҙам туплай, посылкаларҙы Баймаҡҡа алып килеп, артабан ылау менән ебәрелә. Шулай уҡ район ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәр өсөн махсус кейемдәр ҙә тегә. 

Мәҫәлән, Үрге Яйыҡбай ауылынан Айҙар Ғәйетҡолов яугирҙәрҙе эшлекле ағас менән тәьмин итте - ул алғы һыҙыҡта хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ихтыяжы өсөн 27 кубометр таҡта әҙерләне.

Ағас-таҡтанан тыш, йөк машиналарына Баймаҡ районы халҡы әҙерләгән быҡтырылған ит, блиндаж шәмдәре,  йылы быймалар, Түбәнге Яйыҡбай халҡынан вакуумлы төргәктәге былау, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тейәлгән.

Түбәнге Яйыҡбай ауылынан “Ағинәйҙәр”  ойошмаһы етәксеһе Фирҙәүес Хәсәнова әйтеүенсә, ағинәйҙәр илдә барған ваҡиғаларға, фронттағы хәлдәргә бер нисек тә битараф ҡала алмай. Баймаҡ районы хакимиәте, ойошмалар, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр менән берлектә улар ҙа гуманитар ярҙам йыйыуҙа үҙ өлөшөн индерә.

- Егеттәребеҙгә кәрәкле дарыуҙар, көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр йыябыҙ. Әле бына күмәкләшеп йыйылышып былау эшләү, уны төрөү өсөн ҡоролма һатып алдыҡ. Был эштә аҡсалата һәр кем ярҙам итте. Ҙур рәхмәт әйтәм уларҙың һәр береһенә. Былауҙың беренсе партияһын яугирҙәргә оҙаттыҡ, улар беҙ әҙерләгән былауҙы тәмләп, көс алып, тыуған яҡтарының сәләме итеп ҡабул итһен,  - ти Фирҙәүес Хәсәнова.

Икенсе Этҡол ауылы халҡы яугирҙәргә окоп шәмдәре әҙерләһә, күсейҙәр картуф оҙатҡан. Үрге Яйыҡбай ауылы уңғандары 51–се маскировка селтәрен үреп тапшырған.

Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтле баймаҡтар. Гуманитар ярҙам яҡташтарына тыуған яҡ сәләмен еткергән, күстәнәстәре көс-дәрт өҫтәгән, техника, башҡа кәрәк-яраҡ хеҙмәттәрендә бик тә ярап ҡала. Яугирҙәр тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!

Фото: "Беҙ бергә!" төркөмөнән

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Яугирҙәр былау ҙа тәмләйәсәк, быҡтырылған ит тә ашаясаҡ
Яугирҙәр былау ҙа тәмләйәсәк, быҡтырылған ит тә ашаясаҡ
Яугирҙәр былау ҙа тәмләйәсәк, быҡтырылған ит тә ашаясаҡ
Яугирҙәр былау ҙа тәмләйәсәк, быҡтырылған ит тә ашаясаҡ
Яугирҙәр былау ҙа тәмләйәсәк, быҡтырылған ит тә ашаясаҡ
Автор: Карима Усманова
Читайте нас