Учалы районында йәшәгән Раил Ҡурамшин махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә гуманитар йөк ташыу менән шөғөлләнә. Бына ул тағы ла сираттағы машинаға яҡташтары менән йөк тейәй, 25-се тапҡыр алғы һыҙыҡҡа барырға әҙерләнә.
Яугирҙәр өсөн бик кәрәкле таҡта, төҙөлөш материалдарын алып барасаҡ. Был эште ойоштороуҙа район советы депутаты Игорь Казаков, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының район башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров әүҙем ҡатнаша. Рәмилә Фәйрүзова етәкселегендәге “Тыл хеҙмәткәре” төркөмө әҙерләгән маскировка селтәрҙәре, күстәнәстәр ҙә машинала үҙ урынын тапҡан. Был мөһим эштә ҡатнашҡан яҡташтарҙың һәр береһенә һаулыҡ, именлек, уңыштар юлдаш булһын.
Бынан алдағы сәфәрҙән Раил Таяр улы Рәхмәт хаттары һәм миҙалдар алып ҡайтҡан. Алтынсы танк полкының хәрбиҙәре һәм командиры награданы “Океан” автокомплексы етәксеһе Ринат Нәҙершинға һәм уның коллективына даими ярҙамдары өсөн тапшырырға ҡарар иткән.
Фото: “Учалинская газета”.