Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
30 Ғинуар , 00:20

МХО-ла атай менән ул осрашҡан

Егеттәр мейестәр һәм төҙөлөш материалдары килгәнгә бик шатланған.

МХО-ла атай менән ул осрашҡан
МХО-ла атай менән ул осрашҡан

Белорет районынан махсус хәрби операция биләмәһенә генераторҙар, маскировка селтәрҙәре, плитәләр, быҡтырылған ит, дарыуҙар алып барҙылар.

Гуманитар йөктө алғы һыҙыҡҡа Йөйәк ауылы хакимиәте башлығы Рифат Ғилманов һәм водитель Ғәйфулла Мырҙағилдин алып барҙы.

Рифат Ғилманов өсөн махсус операция биләмәһенә барыу айырыуса мөһим була, сөнки унда улы менән осрашырға насип итә. Улы – өлкән лейтенант Ғилманов 2023 йылдан хәрби бурысын үтәй. Әлеге ваҡытта Донецк халыҡ Республикаһында хеҙмәт итә.

Офицер һәм уның ротаһы өсөн гуманитар ярҙамды райондың Йөйәк, Ғәбдөк, Инйәр һәм башҡа ауылдар халҡы йыйған.

Атаһы менән улының алғы һыҙыҡта осрашыуы бик йылы, тулҡынландырғыс булған.

Егеттәр мейестәр һәм төҙөлөш материалдары килгәнгә ныҡ шатланған.

“Бындай кәрәк-яраҡ беҙгә хәҙер бик мөһим. Бөтә яҡташтарыбыҙға рәхмәт. Бергәлекте, берҙәмлекте тойоу көс бирә”, – ти өлкән лейтенант Ғилманов.

Фото сығанағы: Р. Ғилманов.  

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!    

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас