Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Февраль , 15:10

Яугирҙәргә 50 пар ойоҡбаш бәйләп ебәргән

Үксәләрен генә ул дүрт төрлө ысул менән бәйләй белә.  

Яугирҙәргә 50 пар ойоҡбаш  бәйләп ебәргәнЯугирҙәргә 50 пар ойоҡбаш  бәйләп ебәргән
Яугирҙәргә 50 пар ойоҡбаш бәйләп ебәргән

Краснокама районының Сауыҙбаш ауылында хаҡлы ялдағы ҡул эше оҫтаһы Наталья Солтанова менән танышыу форсаты тейҙе. Уның бер генә эше лә бер-береһен ҡабатламай, хатта ябай ғына һымаҡ тойолған ойоҡбаштарҙы ла ул әллә нисә төрлө биҙәктәр менән  эшләй. Үксәләрен генә  дүрт төрлө итеп бәйләй.

– Бала саҡта шифаханала ял иткәндә бәйләмгә оҫта бер ҡыҙ менән таныштым. Уға ҡарап, минең дә шул тиклем бәйләргә өйрәнгем килде. Энә урынына ручканың стержендарын ҡулланып, үҙемсә бәйләргә өйрәндем. 18 йәшемдә һеңлемә капюшонлы ҡупшы ғына кофта бәйләп бүләк иттем. Бик яратып кейҙе уны һеңлем. Ул ваҡытта бәйләм өсөн ептәр ҙә бик юҡ ине. Төрлө әйберҙәрҙе һүтеп бәйләргә тырыша инем. Бәйләмгә оҫта бер апайым да өйрәтте, төрлө журналдар бирә торғайны. Шулай итеп был шөғөлдө ғүмер буйы ла ташламаным, – тип һөйләне Наталья Геннадьевна.

Ҡул эше оҫтаһының өйө тулы бәйләнгән әйбер. Уларҙың ниндәйе генә юҡ. Балалар кейемдәре лә, ололарҙыҡы ла етерлек. Ойоҡбаштары ла башҡаларҙыҡына оҡшамаған.  

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә уңған ханым 50 пар ойоҡбаш бәйләп ебәргән. Йылылығын ғына түгел, уңайлылығын да хәстәрләй бәйләм оҫтаһы. Тыуған яҡтарынан ситтә йөрөгән нисәмә һалдат уларҙы кейгәндә рәхмәттәр әйткәндер.

 –Бәйләм эшенән күңелемә ҡәнәғәтлек алам, – ти бәхетле йылмайып ҡул эше оҫтаһы.

Ғаиләһе тураһында ла айырым бер йылылыҡ менән һөйләне. Тормош иптәше Марат Әнүәр улы менән йәш саҡта Сарапулда танышалар. Ул ваҡытта ҡыҙ шунда йәшәгән була, егет ауыл хужалығы техникумында уҡый. Оҙон буйлы, матур егет ғашиҡ итә уны. Шулай итеп рус ҡыҙы менән татар егете яҙмыштарын бәйләй. Сауыҙбашта 1982 йылдан ғүмер итәләр. Наталья Геннадьевна яйлап татар телен дә өйрәнгән, йырҙары ла күңеленә яҡын.

Солтановтар ғаиләһендә улдары Руслан, Тимур һәм ҡыҙҙары Катя донъяға килә. Һәр милләткә ҡарата хөрмәт, ихтирам бәләкәйҙән тәрбиәләнә был ғаиләлә. Ҡыҙҙарының һәм бер улдарының тормош юлдаштары ла татар милләтенән. Бына шулай татыу ҙур бер ғаилә булып  ғүмер итә Солтановтар.

Автор фотоһы.  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас