Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына гуманитар йөк алып барыуҙа ҡатнашты.
– Яугирҙәр менән шәхси осрашыуҙа кисергән тойғоларыңды бер нәмә лә алмаштыра алмай: дуҫтарса ҡосаҡлашыу, күҙҙәреңдә ихлас шатлыҡ, ябай рәхмәт һүҙҙәре. Алғы һыҙыҡта аралашыуҙың һәр минуты айырым энергия менән һуғарылған — бында барыһы ла ғәҙел, асыҡ һәм тәбиғи.
Беҙ яугирҙәр һораған бөтә нәмәне алып барып тапшырҙыҡ. Айырыуса автомобилдәрҙе тапшырыу күп хис-тойғолар тыуҙыра, сөнки фронтта техника хәрби бурыстарҙы хәл итеүҙе ябайлаштыра һәм егеттәргә етеҙерәк булырға ярҙам итә. Дөйөм хәстәрлегебеҙҙең ысын файҙа килтереүен аңлау бик ҡыуаныслы. Егеттәргә уларҙы бер минут та онотмаған берҙәм һәм ышаныслы тыл булыуын белеү мөһим.
Дөйөм эшкә индергән өлөшө өсөн районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһына ла рәхмәт. Бергә беҙ – көс! – тине Реканс Фәнил улы.
Фоо: Реканс Йәмәлиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.