Өфө дәүләт нефть-техник университетында (ӨДНТУ) — донъя кимәлендәге Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара кампусы резидентында – пилотһыҙ авиация өлкәһендә импортты алмаштырыу буйынса әүҙем эш бара.
Былтырҙан алып ӨДНТУ-ның Реверсив инжиниринг үҙәгендә “Приоритет 2030”ға – стратегик академия лидерлығы программаһына – ярашлы, аграр һәм сәнәғәт дрондары өсөн ике тактлы двигателдәр эшләү буйынса проект тормошҡа ашырыла. Университет инженерҙары сит ил өлгөләренән күсермәй, ә яҡшыртылған продукт булдырыу йәһәтенән эшләй.
Конструкторлыҡ эшләнмәләре менән бер рәттән, университетта кадрҙар мәсьәләһен дә хәл итәләр. Өфө дәүләт нефть техник университеты кафедраларының береһендә пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары һөнәренә уҡытыу ойошторолған.
Мәғлүмәт, фото: vk.com/bashkortostan_gov