Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
14 Февраль , 18:30

Ветерандар уңайлы йорттарҙа йәшәйәсәк

Ике яугирҙең торлаҡ шарттары тикшерелде.

Ветерандар уңайлы йорттарҙа йәшәйәсәк
Ветерандар уңайлы йорттарҙа йәшәйәсәк

Махсус хәрби операция ветерандарына комплекслы ярҙам күрһәтеү – “Ватанды яҡлаусылар” дәүләт фондының төп бурысы. Белгестәр ветерандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, социаль адаптациялау һәм реабилитациялауға йүнәлтелгән бөтә эштәрҙә ҡатнаша. Баҡалы районында махсус комиссия тағы ла ике геройҙың торлаҡтарын тикшерҙе.

Ҡаһарманлыҡ ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған Александр Гордеев хәрби бурысын үтәгәндә яралана. Хәҙерге ваҡытта ветеран малсылыҡ тармағында бизнес менән шөғөлләнмәксе.

Радик Чернов шулай уҡ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Запорожье өлкәһендә гранатометчик вазифаһында хеҙмәт итә. 2024 йылда ҡаты яралана һәм аяғын ампутациялайҙар. Әле ветеран йәмәғәт тормошонда, спорт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Былтыр декабрь айында ул “МХО адаптив спортта” ярыштарында армрестлинг буйынса еңеүсе булды.

Фонд филиалы ветерандарҙың йорттарында асыҡ мөхит булдырыуҙан алып  йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм ремонт эштәренә тиклем барлыҡ мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә ала. Төп маҡсат – геройҙарға уңайлы, хәүефһеҙ йәшәү шарттары булдырыу.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ

Фото: "Ватанды яҡлаусылар"дәүләт фонды филиалы. 

Ветерандар уңайлы йорттарҙа йәшәйәсәк
Ветерандар уңайлы йорттарҙа йәшәйәсәк
Ветерандар уңайлы йорттарҙа йәшәйәсәк
Ветерандар уңайлы йорттарҙа йәшәйәсәк
Ветерандар уңайлы йорттарҙа йәшәйәсәк
Ветерандар уңайлы йорттарҙа йәшәйәсәк
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас