Белорет районынан гуманитар ылауҙың беренсе өлөшөн тәғәйенләнеше буйынса уңышлы алып барып еткергәндәр.
– Һеҙҙең ярҙамығыҙ һөҙөмтәһендә яҡташыбыҙ “Жека” позывнойлы яугир ныҡлы һәм ышаныслы “УАЗ” машинаһын алды. Был машинаға үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә: Даян Сөнәғәтовҡа –автомобиль биргәне өсөн; Илнар Шиһаповҡа, Алик Ғәлиуллинға, Дмитрий Чертоусовҡа, Николай Гореловҡа, Николай Аверьяновҡа – ҡорамалдар, яңы запас частар, аккумулятор һәм шиналарҙы ҡуйғандары өсөн рәхмәтемде белдерәм. Автомобиль ныҡ итеп әҙерләнде. Әммә бының менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ, – тип белдерҙе Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Белорет егеттәре “Быть добру” төркөмө ирекмәндәре менән бергә гуманитар ылауҙың икенсе өлөшөн махсус хәрби операция биләмәһенә алып китте. Үҙәк район клиник дауаханаһынан тағы бер “буханка” – яҡташыбыҙ, табип Илдар Хәмитовҡа тапшырыласаҡ. Ул алғы һыҙыҡта яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара.
Райондың Аҙналы ауылынан Хәниф Әхмәтшин “Нива” автомобилен “Рязань” позывнойлы яугиргә биргән.
“Урал” мотоциклы һәм йөҙләгән һалдаттарға шәхсәт тәғәйенләнгән посылкалар оҙатылған.
– Хәрбиҙәребеҙҙең һәр заявкаһын теүәл үтәнек. Бөтә Белорет халҡына битараф булмағандары, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ихлас ҡатнашҡандары һәм яугирҙәребеҙгә ышаныстары өсөн рәхмәт, – тине Азат Салауат улы.
Фото: Азат Хәкимовтың сәхифәһенән.