Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Февраль , 11:30

Мөрәжәғәт итеүселәр күп

Быйылдан ярҙам сараларына үҙгәрештәр индерелгән

Мөрәжәғәт итеүселәр күп
Мөрәжәғәт итеүселәр күп

Мәләүез ҡалаһындағы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге күп яҡлы хеҙмәт күрһәтә. Унда аҙнаның билдәле бер көнөндә Мәләүез үҙәк дауаханаһы врачтарына, күп функциялы үҙәк һәм башҡа төрлө белгестәргә  консультацияға яҙылыу мөмкинлеге ҡаралған. 

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының урындағы филиалы  социаль координаторы Альбина Арыҫланова әйтеүенсә, быйылдан ярҙам сараларына үҙгәрештәр индерелгән. Мәҫәлән, хәҙер ветерандарға теш протезлау өсөн 100 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Санаторийҙа ял итеү мөмкинлеге менән ата-әсәһе, ҡатыны ла ҡуллана ала. Яугир һәләк булып, мөмкинлек менән ҡулланып өлгөрмәгән саҡта, был хоҡуҡ ата-әсәһенә тапшырыла. “Ватанды һаҡлаусылар” фондына мөрәжәғәт итеүселәр күп. Беҙ уларҙың һорауҙарын тыңлап,  мөрәжәғәтен кәрәкле дәүләт структураларына йүнәлтәбеҙ”, – ти Альбина Шәриф ҡыҙы.

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас