Мәләүез районынан МХО ветераны Илшат Әлимғужин “Ватанды һаҡлаусылар” фондының торлаҡты яраҡлаштырыу буйынса программаһына ингән. Был турала фондтың Башҡортостандағы филиалы үҙ төркөмөндә хәбәр итә.
Комиссия тикшереү үткәреп, Илшат Салауат улының йортона ниндәй яраҡлаштырыу саралары кәрәклеген билдәләгән. Өйгә аш-һыу бүлмәһенә махсус йыһаз, бүлмәләргә ишектәр ҡуйылған. Бынан тыш, “Аҡыллы йорт” идара итеү ҡулайламаһын, “Алиса” колонкаһын, температура һәм дымлылыҡты билдәләгән датчиктар, робот-саңһурҙырғыс һәм башҡа ҡоролмалар ҡуйыу, шәхси компьютер ҡуйылған эш урынын булдырыу планлаштырыла.
Илшат Әлимғужин 2024 йылда МХО-ла ҡатнашыуға контракт төҙөй. Штурм ваҡытында миномет утына эләгеп, аяғы ҡаты яралана. Яуҙаштары уны күпер аҫтына йәшереп ҡалдырырға өлгөрә. Яугир биш көн буйы һыуһыҙ, аслыҡтан интегә. Был хәл ҡышын була, шунлыҡтан һау аяғы ла һыуыҡта туңа. Яуҙаш дуҫтары уның эргәһенә алтынсы көнгә генә килә ала. Яугирҙе Дондағы Ростовҡа госпиталгә оҙаталар. Артабан Силәбеләге госпиталдә дауалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙең ике аяғын да киҫергә тура килә.
Илшат Салауат улы – уҙған йылдың майынан алып “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы хәстәрлегендә. Фонд аша ветеранды өҫтәмә функциялары булған кресло-коляска менән тәьмин иткәндәр, яраҡлаштырылған кейем, швед стенкаһы алыуға ғариза ла ебәргәндәр.
Мәғлүмәт, фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!